Ғүмер - кешегә бер тапҡыр ғына бирелгән бүләк ул. Уның һәр көнөнөң ҡәҙерен белеп, бәхетле булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүгә бер ни етмәй! Ә бының нигеҙе - әлбиттә, һаулыҡ, шуға уға һаҡсыл ҡараш бала саҡтан һалынырға тейеш.
Көн һайын иртән физик күнекмәләр эшләүҙең сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Тик бына уны барыһы ла атҡарамы икән? Мәҫәлән, сүкәйеү – был ғәмәлдәрҙең иң мөһимдәренең береһе, ошо ваҡытта тубыҡ яҙылып ҡала. Ә аяҡтың бөгөлөшө 90 градустан артмаҫҡа тейешлеген беләһегеҙме? Юғиһә, иҙәнгә еткәнсе сүкәйгән ваҡытта ҡан тамырҙары ныҡ ҡыҫыла, һөҙөмтәлә варикоз, тромбоз һәм башҡа ауырыуҙарҙың килеп сығыуы ихтимал.
Элек-электән халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтем бар. Иммунитетты нығытыу өсөн күберәк йәйәү йөрөү, лифттан файҙаланмау, ябай ғына физик күнегеүҙәр эшләү зарур. Быларҙы үтәү өсөн хатта аҡса ла кәрәкмәй, ни бары йыбанмағыҙ һәм уларҙы көн һайын эшләргә тырышығыҙ.
Фото: health.bashkortostan.ru