Белгестәрҙең әйтеүенсә, физик көсөргәнеш ҡан әйләнешен шәбәйтә, ә был үҙ йәһәтендә ағзаларҙың туҡланыуын яҡшырта. Табип-терапевт Павел Раменский физик әүҙемлек ярҙамында хатта ҡайһы бер яман шеш төрҙәренән ҡотолоу мөмкин, тип иҫбатлай. Кеше ғүмер буйына хәрәкәтләнә, йәйәү йөрөй, йүгерә, яратҡан спорт төрө менән мауыға. Көн һайын самалап, хәлдән килгәнсә спорт күнекмәләре менән шөғөлләнеү сәләмәтлектең яйлап ҡаҡшауын аҡрынайта, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, шәкәр диабетының икенсе тибынан һәм яман шештең ҡайһы бер төрҙәренән һаҡлай.
Ни өсөн тигәндә, физик көсөргәнеш мәлендә организмда тергеҙеү механизмдары эшкә ҡушыла: һеңер туҡымаһының зарарланған өлөштәре тергеҙелә, сатнаған, ярылған ерҙәр уңала, антиоксиданттар һәм ялҡынһыныуға ҡаршы молекулалар әүҙемләшә. Ошо процестар шәкәр диабеты, яман шеш, һимереү, остеопороз, Альцгеймер сирҙәре хәүефен кәметә, төшөнкөлөккә бирелеүҙән һәм ваҡытынан алда вафат булыуҙан һаҡлай, тип иҫәпләй белгес.
Табиптың әйтеүенсә, быуындарға артыҡ көсөргәнеш бирергә ярамай, айырыуса өлкән йәштә һаҡланырға кәрәк. Әммә һәр кем, тышта һауа торошо нисек, ниндәй миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ хәрәкәтләнергә тейеш.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.