Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Ноябрь 2023, 13:00

Тәмле-татлыны самалап тотонһаң, сәләмәт булырһың

Консерваланған йәшел борсаҡ, кукуруз, фасолдә лә,  хатта колбаса менән сосискала ла шәкәр бар...

Тәмле-татлыны самалап тотонһаң, сәләмәт булырһың
Тәмле-татлыны самалап тотонһаң, сәләмәт булырһың

Һеҙ көнөнә күпме шәкәр ашайһығыҙ? Тик берегеҙ ҙә был яуапҡа теүәл яуап бирә алмаҫ, сөнки ҡайһы аҙыҡта күпме шәкәр булғанын белеүе мөмкин түгел. Хәҙер аҙыҡ-түлек етештереүселәр ҡаптарҙа уның күпме булыуын билдәләмәү генә түгел, бөтөнләй башҡа атама аҫтында йәшереүе лә мөмкин. Һис бер көтөлмәгән аҙыҡта булыуын белеп, аптырауығыҙ ҙа ихтимал.

 Ни өсөн шәкәрҙең аҙыҡта күп булыуы насар? Тәбиғи шәкәр төркөмөнә сахароза, фруктоза, лактоза һәм мальтоза инә – улар йәшелсәлә, емеш-еләктә, һөт аҙыҡтарында бар. Аҙыҡҡа өҫтәлгән шәкәрҙе моно-, дисахаридтар тип йөрәтәләр, уларҙы аш-һыу әҙерләгәндә өҫтәйҙәр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәтмәһе буйынса, көн һайын  ҡулланылған килокалорийҙың дөйөм күләменән шәкәргә 10 проценттан да артыҡ тура килмәҫкә тейеш. Мәҫәлән, өлкән кеше көнөнә 2000 килокалорий тотонһа, шуның 200 килокалорийы ғына (50-60 грамм йәғни 10 балғалаҡ шәкәр) ошо татлы аҙыҡҡа тура килергә тейеш. Сағыштырыу өсөн: бер стакан газлы шәрбәтле эсемлектә – өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр, тип иҫәпләй эксперттар.

 Һис һүҙһеҙ, глюкоза организм сәләмәтлеге, энергия туплау, үҙеңде яҡшы тойоу өсөн бик кәрәк. Әммә уның артыҡлығы организмға зыян ғына килтерә, тулыһынса үҙләштерелмәгәс, ҡанда ҡалып, күҙәнәктәрҙе боҙа, май рәүешендә бауырға һәм мускулдарға ултыра. Был инде һимереү, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм инсульттарға юл аса.

Бер ҡарағанда, үҙеңде шоколад, торт, печенье, газлы эсемлек, татлы сәй йәки кофенан сикләүе артыҡ ауыр түгел дә һымаҡ. Тик табиптарҙың әйтеүенсә, шәкәрҙең аҙыҡ сәнәғәтендә йыш ҡулланылыуы хәлде киҫкенләштерә. Уның һис уйламаған аҙыҡ-түлектә булыуы ихтимал. Баҡтиһәң, консерваланған йәшел борсаҡ, кукуруз, фасоль  аҙыҡтарында ла ул етерлек, хатта колбаса һәм сосисканың бер килограмында 20 балғалаҡҡа тиклем шәкәр булыуы ихтимал. Кондитер изделиеларын да шәкәрһеҙ әҙерләмәйҙәр. Ҡара икмәктең ҡайһы бер төрҙәренә лә әсетеү процесын шәбәйтеү өсөн шәкәр һалалар. Йогурт, кефир, эремсек, хатта суши һәм ролл аҙыҡтарында ла, кетчупта ла шәкәр бар.

Шәкәр миҡдарын контролләү өсөн ҡап тышындағы яҙыуҙы иғтибар менән уҡырға кәрәк, тигән кәңәш бирә эксперттар. Состав исемлегендә ҡайһы урында тороуына ҡарап та, уның күпме булыуын самалап була. Ни тиклем ул исемлек башына яҡыныраҡ, шунса миҡдары ла күберәк.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: