Быйыл ҡабаҡ, ашҡабаҡтар тәгәрәшеп уңды. Күп хужабикәләр уның оролоғон алмай, шул килеш ташлай йә иһә ҡош-ҡортҡа бирә. Ә ҡабаҡ орлоғонда 36-52 процент май (холестеролһыҙ), камедь, органик кислоталар, Е, А, аҙ миҡдарҙа Д, К витаминдары, шулай уҡ күп микро- һәм макроэлементтар бар. Цинк, тимер, магний, кальций, фосфорҙың, аҡһымдың күп булыуы менән дә баһалы ул.
Составында цинктың күп булыуы ҡабаҡтың әһәмиәтен тағы ла күтәрә төшә, сөнки ул бигерәк тә ир затының һаулығы өсөн ныҡ кәрәкле элемент. Үҫмерҙәрҙең битенә һытҡы сыға, сәсе ҡауаҡлай икән, был цинк етешмәгәнлек билдәһе.
Халыҡ медицинаһында ҡабаҡ орлоғон төнәтмә, эмульсия, порошок рәүешендә ҡулланалар.
Ҡабаҡ бутҡаһы балалар өсөн бигерәк тә файҙалы. Уны былай әҙерләйбеҙ: орлоҡтарҙы миксерҙа ваҡлап, уны һөт йә һыуға болғатып, тәменсә бал, еләк-емеш һуты ҡушабыҙ. Уны эстәге ҡорттарға ҡаршы иҫкәртеү сараһы булараҡ, ас ҡарынға ашатыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Тире ауырыуҙарын, яраларҙы, бешкән урындарҙы ла ҡабаҡтан яһалған бутҡа ярҙамында дауалап була.
Ҡабаҡ орлоғо эсте йомшартыуға, бәүелде ҡыуҙырыуға, йөрәк мускулын нығытыуға, ашҡаҙанға йыйылған газдан арындырыуға, бөйөрҙәрҙе нығытыуға, сәсте үҫтереүгә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара.
Бөйөр һәм бәүел ҡыуығы сирҙәрендә нисек ҡулланырға? Бер стакан орлоҡто балсыҡ һауытта иҙеп яйлап ҡына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һөҙөргә һәм эсергә.
Ҡәһүә онтағыста ваҡланған кипкән орлоҡтарҙы сәй итеп эсергә: бер стаканға бер балғалаҡ онтаҡ һалабыҙ.
Шулай ҙа ҡабаҡ орлоғон файҙаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: diet-health.info/ru