Йән тыныслығы ни өсөн мөһим?
Хәҙерге ысынбарлыҡта күңел тыныслығын кисергәндәр бик һирәк, сөнки кешене аҙым һайын стрестар ҡарауыллап ҡына тора. Сәбәбен эштә лә, шәхси тормошта ла, урамда ла, транспортта ла табырға мөмкин.
Бары психик сәләмәтлеге булған кеше төрлө стрестарға ҡаршы тора, үҙенең һәләттәрен тормошҡа ашыра һәм йәмәғәткә файҙа килтерә ала, тип иҫәпләй белгестәр. Был мәсьәләнең Ер йөҙөндә ҡырҡыу тороуын ишетеп, сәстәр үрә тора: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъялағы дүрт кешенең береһе ғүмерендә ниндәй ҙә булһа психик сиргә юлыға. Әлеге ваҡытта донъяла 450 миллиондан ашыу кешенең шундай ауырыу менән сирләүен белгәндән һуң нисек хәүефләнмәйһең?
Был хаҡта Рәсәй табиптарының фекерен беләйек, ни өсөн психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған ауырыуҙар арта? Улар был сирҙәрҙең төп сәбәбен стрестар менән бәйле нервы көсөргәнешендә күрә. Ә бындай хәлдәр менән һәр кем көн һайын тигәндәй осрашып, нервыһын ҡуҙғыта. Айырыуса ҡала кешеләренең тормошо иркенләп ял итергә мөмкинлек бирмәй. Техник прогресс һәр кемдән шәхес сифаттарын һәм профессиональ өлкәлә белем багажын арттырыуҙы даими талап итә. Ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итеү мөһимлеге, аҡыл көсөргәнеше, мәнфәғәттәр ҡаршылығы, юғары шәхси яуаплылыҡ, ифрат ҙур мәғлүмәт ағымы ял итергә, үҙеңде иркен тоторға ирек бирмәй.
Таныштарығыҙға күҙ һалығыҙ, кемдер өй менән эш араһында барыһына өлгөрөргә тырышып, үҙен нисек өҙгөсләй! Кешенең нервы системаһы даими көсөргәнештә. Өҫтәүенә матбуғат биттәренән, радио-телевидение тапшырыуҙарынан көн һайын һибелеп кенә торған күңелһеҙ яңылыҡтар, ҡайғы-хәсрәт кисереү, яҡын кешеңде юғалтыу менән бәйле кире хис-тойғолар хәлде йәнә ауырайта. Оҙайлы рәүештә дауам иткән стресс йыш ҡына ярһыусанлыҡҡа һәм депрессияларға килтерә.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, донъялағы һәр һигеҙенсе кеше психик тайпылышҡа дусар. Тимәк, уларҙың уйлау ҡеүәһе боҙолған, хис-тойғоларын һәм тәртибен контролләүҙә ҡыйынлыҡтар бар. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының психик сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса төп тәҡдимдәрен ҡарап үтәйек.
Тәү ҡарашҡа кәңәштәрҙең барыһы ла яҡшы таныш кеүек: сәләмәт йәшәү рәүеше, көн режимын үтәү, сәләмәт туҡланыу, яҡшы йоҡо, саф һауала йөрөү, спорт менән даими шөғөлләнеү, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу. Әммә барыбыҙ ҙа был тәҡдимдәрҙе тулыһынса үтәйме икән?
Позитив уйҙарҙы нығытыу һәм психик сәләмәтлектең мөһимлеген аңлау, йыш таралған психик сирҙәр һәм уларҙы иҫкәртеү саралары тураһында белеү – иғтибарға лайыҡлы тәҡдимдәрҙең икенсеһе.
Үҙеңдең хис-тойғоларыңды “йүгәнләй” алыу һәм нервы системаһы эшмәкәрлеген көйләргә өйрәнеү – бик кәрәкле сифат, сөнки шул рәүешле стресс тыуҙырған психоэмоциональ һәм мускул көсөргәнешен йомшарта алаһығыҙ.
Ауыр тормош хәленә юлыҡҡанда психиатр ярҙамына мөрәжәғәт итеү кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр. Һәр кем стрестарҙы баҫырға, кәметергә тырышып, үҙенең психик сәләмәтлеге торошона йоғонто яһай, йән тыныслығына эйә була ала.
Нимә һуң ул йән тыныслығы? Белгестәр әйтеүенсә, был ниндәй ҙә булһа хәүефтән һәм тулҡынланыуҙан азат булған торош. Хәҙерге ысынбарлыҡта күңел тыныслығын кисергәндәр бик һирәк, сөнки кешене аҙым һайын стрестар ҡарауыллап ҡына тора. Сәбәбен эштә лә, шәхси тормошта ла, урамда ла, транспортта ла табырға мөмкин. Тынысланыу өсөн табиптар кәңәш иткән ысулдарҙы һанап үтәйек.
1. Медитация. Йән тыныслығын тергеҙеүҙең иң ябай ысулы – бөтә уйыңды, иғтибарыңды үҙеңә йүнәлтеү. Уңайлы итеп ултырығыҙ, арҡағыҙҙы төҙ тотоғоҙ. Тәрән итеп тын алығыҙ һәм эсегеҙҙе ҡабартығыҙ. Һауаны эсегеҙгә алғанда уның танау аша үтеп, тын алыу юлдарына һәм үпкәгә эләгеүен тойоғоҙ. Аҙаҡ аҡрын ғына тынығыҙҙы сығарығыҙ.
2.Тойғоларығыҙҙы йәшермәгеҙ. Уйлағанығыҙҙы, нимә борсоғанын тура әйтергә өйрәнегеҙ. Кешенең кәйефен боҙмаҫҡа теләп, үҙегеҙгә оҡшамаған яғын йәшерергә, әйтмәҫкә тырышһағыҙ, эске гармонияны боҙаһығыҙ тигән һүҙ.
3. Бында һәм хәҙер. Үҙегеҙҙе хәҙерге ваҡытта булырға һәм тойорға өйрәнегеҙ. Йыш ҡына үткәндәрҙе уйлап, киләсәк тураһында хыялланып, әлеге йәшәгән ысынбарлыҡты күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Ә аҙаҡ ваҡыттың нисек тиҙ һәм һиҙелмәй үтеүенә ғәжәпләнәбеҙ. Сөнки беҙ уйыбыҙ менән төрлө ҡитғаларҙы урайбыҙ, тик үҙебеҙҙе “бында” ла, “хәҙер” ҙә тип тоймайбыҙ, тип иҫкәртә белгестәр. Үҙегеҙҙе хәҙерге мәлдә тойорға өйрәнһәгеҙ, һеҙҙе эҙәрләгән, “йомшарырға” ирек бирмәгән күп хәүефтәрҙән ҡотолорһоғоҙ.
4.Көс йыйыу урынығыҙ бармы? Яңғыҙ ҡалып, энергия тупларлыҡ урын эҙләгеҙ. Ял итерлек, проблемалар тураһында уйлап, ҡарар ҡабул итерлек булһын. Кемгәлер уның парк эскәмйәһе, музейҙағы күргәҙмә йәиһә баҡса, тәбиғәт ҡосағы булыуы ихтимал. Үҙегеҙҙе яҡшы аңлаған кеше менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә ярҙам итеүе мөмкин.
Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психотерапевты Наталья Тулбаева күп сирҙәрҙең сәбәпсеһе булған стрестан үҙаллы ҡотолоу юлдары тураһында аңлатты. Уның әйтеүенсә, кешеләр төрлө-төрлө, барыһы өсөн дә стресҡа ҡаршы универсаль көрәшеү сараһын табыу мөмкин түгел.
“Шулай ҙа һәр кемгә ярҙам итерлек бер нисә дөйөм ысул бар, – тине белгес. – Тәүҙә стресҡа килтергән сәбәптәрҙе бөтөрөргә һәм уны иҫкәртергә кәрәк. Иғтибарҙы һәйбәт, күңелде күтәрерлек нәмәләргә йүнәлтеү нервы көсөргәнешен йомшартырға булышасаҡ. Физик әүҙемлек – стресс менән көрәштә иң тәьҫирле сара, сөнки тап шул саҡта организмда ауыртыуҙы һәм стресты баҫыусы эндорфиндар бүленеп сыға. Күп кенә шифалы үләндәр тынысландырыу һәләтенә эйә. Уларҙы курс менән төнәтмә, ҡайнатма йәки сәй рәүешендә эсергә кәрәк. Релаксация, дарыу үләндәре, хуш еҫле майҙар һалынған ванналар ҡабул итеү ҙә файҙалы”.
Ә бына белгестең “күҙ йәштәре – стрестар менән көрәштә иң яҡшы сара” тип әйтеүе көтөлмәгән яңылыҡ булды. Баҡһаң, илау нервы көсөргәнешен ныҡ йомшарта икән. “Ғилми тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, күҙ йәшендә кешенең стресҡа ҡаршы тороусанлығын арттырыусы матдәләр (пептидтар) бар. Ауыр тормош хәлдәренә юлыҡҡанда өлкәндәрҙән “ила, илаһаң, еңеләйеп китерһең”, тигәнде ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр”, – ти психотерапевт. Тимәк, көслө булам тип, ҡыйынлыҡ кисергәндә күҙҙәреңде томалаған ҡайнар йәштәреңде күрһәтеүҙән оялырға ла, тартынырға ла түгел икән.
Нәсих Хәлисов фотоһы.