8 сентябрҙә республика Башлығы менән бер рәттән Нефтекама ҡалаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау уҙғарыла.
Парламентҡа “Берҙәм Рәсәй”ҙән һайланған Николай Самойленко Иглин районы хакимиәте башлығы итеп һайланғас, был урын буш ҡалды. Ошо уҡ көндә Өфө халҡы 8-се (Ленин районы) һәм 14-се (Орджоникидзе районының өлөшө) бер мандатлы һайлау округтары буйынса ҡала Советына ике депутат һайлаясаҡ. “Вся Уфа” телеканалының элекке директоры Алина Сөләймәнова – ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” Башҡарма комитетының элекке етәксеһе Руслан Ғизәтуллин Кушнаренко районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, мандаттарҙы башҡа кешеләргә тапшырыу фарыз.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы буш ҡалған урындарға дәғүә итергә теләгәндәрҙән документтар ҡабул итә. 25 апрелдән һуңға ҡалмайынса иҫәп участкалары, иҫәп комиссиялары ойошторола. Күҙалланыуынса, 16 комиссия эшләйәсәк. Кандидаттарға 15 майға тиклем ике дебатта ҡатнашырға, 25 майға тиклем һайлаусылар менән осрашырға кәрәк.
– Быйыл 26 май – Берҙәм тауыш биреү көнө. Һайлаусылар кандидаттар өсөн тауыш бирәсәк, иҫәп комиссиялары һөҙөмтәне билдәләйәсәк. 28 майҙа иһә алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһаласаҡ, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Документтар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 327-се бүлмә.