– Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә килгәндә, һуңғы тиҫтә йылда беҙ иң түбәнге баҫҡыста торабыҙ. Сит ил инвестициялары күләме буйынса ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Ҡараштарҙы үҙгәртергә кәрәк. Республикабыҙҙы, Башҡортостан тауарҙарын донъя баҙарында танытыу йәһәтенән, яҡшы мәғәнәлә “агрессив” сәйәсәт алып барасаҡбыҙ, ҙур халыҡ-ара иҡтисади форумдарҙа әүҙемерәк ҡатнашасаҡбыҙ, – тине ул.