Парламентта уҙған йылға йомғаҡ яһалды.
Ошо көндәрҙә төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының сираттан тыш ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһындағы отчет менән сығыш яһаны.
Атап әйткәндә, Радий Фәрит улы төбәк үҫешенең ҡеүәтен билдәләгән иҡтисади тармаҡтар менән бер рәттән социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, аграр сектор, урман хужалығы һәм башҡа мөһим йүнәлештәр буйынса күрһәткестәр менән таныштырҙы, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне, маҡсатлы яңы проекттарҙы, программаларҙы телгә алды.
– Үтеп киткән йыл, ышанам, илебеҙҙең яңы тарихында айырым урын биләйәсәк. Президенттың май указдары уның үҫешенең стратегик өҫтөнлөктәрен күрһәтеп кенә ҡалманы. Уға ярашлы, иҡтисадҡа, социаль өлкәгә ғәйәт ҙур ресурстар, кешеләргә дәүләт инвестицияһы йүнәлтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәшәгән бәғзе берәүҙәр дәүләт етәксеһе ҡуйған маҡсаттарҙың мөһимлеген һәм ҙурлығын белеп бөтмәй. Беҙ иһә, ошо ҡарарҙарға бәйле, рәсәйҙәрҙең йәшәү сифаты күпкә күтәреләсәген киңерәк аңлатырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров, ултырышты асып.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, алдағы алты йылда ҡала һәм ауылдарҙың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн 175 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шуның 130 миллиарды – федераль һәм республика ҡаҙнаһынан, 45 миллиард һумы – ҡаҙнанан тыш сығанаҡтарҙан.
Һалым һәм һалымдан тыш килемдәр үҫеше күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса һигеҙенсе урынды биләй. Былтыр ғына Башҡортостан федераль ҡаҙна системаһына 600 миллиард һум аҡса күсергән. Үҙ сиратында был республикала һөҙөмтәле һалым сәйәсәте алып барылғанды иҫбатлай. Шул уҡ ваҡытта федераль аҡсаны Башҡортостанға йәлеп итеү буйынса ла эш алымдарын яңыртыу фарыз, тине Радий Фәрит улы. Билдәләүенсә, былтыр был йәһәттән алға китеш күҙәтелгән: республика 65 миллиард һум финанс ярҙамы алған. 2017 йыл менән сағыштырғанда был 1,5 миллиард һумға күберәк. Ошо ғәмәлгә ил парламентында эшләгән депутаттарҙың һәм сенаторҙарҙың, федераль структураларҙағы республика вәкилдәренең ҡушылыуы эште һөҙөмтәлерәк итә.
Күрһәткестәргә килгәндә, республика Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса иҡтисади үҫеш бер процент тәшкил иткән: төбәк тулайым продукты — 1,5 триллион һум. Сәнәғәттә иһә етештереү күләме 3,4 процентҡа артып, илдәге уртаса күрһәткесте уҙып киткән (Рәсәйҙә – 2,9 процент). Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы артабан да иҡтисади үҫеште һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлау зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәләүенсә, иҡтисади үҫеш тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн биш йүнәлеш буйынса эш алып барыу фарыз. Исемлектә – өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре (улар республикала бишәү), Ишембайҙағы айырым иҡтисади зона, индустриаль парктар һәм технопарктар, үҫеш институттары эшен координациялау, инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте яңыса ҡороу.
– Хеҙмәттәштәремде ыңғай тәжрибәгә йүнәлеш тоторға саҡырам. Яҡшы миҫал – Күмертау. Бында өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе ойоштороу менән, 10 резидент барлыҡҡа килде, бер мең эш урыны булдырылды, ике миллиард һумға яҡын инвестиция индерелде, – тип билдәләп үтте Радий Фәрит улы.
Заман талабына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ иҡтисади проекттарҙың әһәмиәте менән бер рәттән төбәк Башлығы сәнәғәттәге аныҡ уңыштарға ла туҡталып үтте. Мәҫәлән, былтыр нефть һәм газ комплексында, металлургияла, машиналар төҙөү, энергетика өлкәләрендә яңы етештереү өлгөләре сафҡа ингән. “Газпром”, “Өфөоргсинтез”, “НефАЗ”, Белорет металлургия комбинаты кеүек эре компанияларҙа ла яңы төр тауарҙар етештерелә башлаған. “Башнефть” компанияһында илдәге иң ҙур, заманса таҙартыу ҡоролмалары, ә Затон ТЭЦ-ында ике энергоблок сафҡа индерелгән.
Республика етәкселеге үрҙә телгә алынған яңылыҡтарҙы һәм эре инвестиция проекттарын ыңғай яҡтан баһалаһа, инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән уйланырлыҡ урын да бар, тине, сөнки былтырҙан башлап был йәһәттән күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Маҡсат бер: инвесторҙар Башҡортостанды теләктәш, ғәҙел ҡағиҙәләргә таянып эш иткән ышаныслы республика итеп белергә тейеш.
Радий Хәбиров быйыл булдырылған яңы структуралар – Инвестиция советы һәм Инвестиция комитеты ла ошо йүнәлеш буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш икәнлеген билдәләне. Төбәк етәксеһе тарафынан даими үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”нең дә әһәмиәте ҙур: мәҫәлән, 2018 йылдың ноябренән 170 миллиард һум самаһы финанс һалыуҙары мөмкинлеге биргән 50 проект ҡаралған.
Быйыл Австрияла һәм Төркиәлә Башҡортостан вәкиллектәре асыласағы мәғлүм, Италия менән дә һөйләшеү алып барыла. Был – тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе ҡеүәтлерәк итеү өсөн эшләнгән ҙур аҙым.
Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл хужалығы тармағы буйынса ла тос фекерҙәрен еткерҙе. Был йәһәттән илебеҙҙең иң ҡеүәтле төбәктәренән булғанлығыбыҙ билдәле, агросәнәғәт комплекстары – өҫтөнлөклө йүнәлеш. Әлеге ваҡытта тармаҡта проблемалар ҙа бар, тауар етештереүҙе һәм эшкәртеүҙең тулы циклын булдырыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
Шул уҡ ваҡытта урман сәнәғәте комплексы эшен йәнләндереү ҙә талап ителә. Әлеге ваҡытта тармаҡтың төбәк иҡтисадында биләгән урыны 1,5 процентҡа ғына тиң. Радий Фәрит улы был йүнәлеш буйынса үҫеш өсөн ҡеүәт барлығын, махсус ведомстволарҙың урманды һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса аныҡ саралар күрергә тейешлеген билдәләне.
Шул уҡ “Кроношпан”ды ғына алғанда ла, 35 миллиард һум аҡса индерелгән, Өфө районында индустриаль парк эшләй. 400 эш урыны асылған, тағы меңгә яҡынын булдырыу күҙаллана. Иң мөһиме, тип билдәләне Радий Хәбиров, бында урындағы ағас эшкәртелергә тейеш.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының артыуы ла төбәктәге иҡтисади тотороҡлоҡто күрһәтә. Былтыр, мәҫәлән, уларҙың һаны меңдән артҡан һәм, дөйөм алғанда, 140 меңдән ашыу тәшкил итә, тармаҡта 400 меңдән ашыу кеше мәшғүл. 27 мең эшҡыуарҙың эшен йәнләндереү өсөн 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 2017 йыл менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк.
Радий Хәбиров юлдар төҙөү һәм ремонтлау мәсьәләһенә туҡтап үтте, был йәһәттән башланып торған “Туған урам” программаһы ла ярҙам итәсәк.
Баш ҡалала иһә йыл аҙағына тиклем шәхси пассажир ташыусыларҙың 240 яңы автобусы йөрөй башлаясаҡ. “Башавтотранс” предприятиеһы автопаркы ла күп кеше һыйҙырышлы, заманса йыһазландырылған 100 автобус менән тулыландырыласаҡ, йыл аҙағына тиклем улар тағы ла 77-гә арттырыласаҡ.
Социаль тармаҡта ла һиҙелерлек һөҙөмтәләр бар. Радий Фәрит улы быға ҡағылышлы:
– Май указдарының өҫтөнлөклө йүнәлеше – граждандарҙың тормошон етешерәк итеү. Эш хаҡы артыуы күҙәтелһә лә, халыҡтың ҡулланыу мөмкинлеге кәмеүе хәүефләндерә. Кешеләрҙең кредит бурыстары артыуы ошоноң төп сәбәптәренең береһе булып тора. Халыҡтың финанс грамоталылығын арттырыу, ҙур кредиттарҙың нимәгә килтереү ихтималлығын аңлатыу фарыз. Депутаттар ошо эшкә ныҡлап тотонһон ине, – тине.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе һуңғы 20 йылда эшһеҙлек кимәле тәүге тапҡыр биш процент кимәленән түбәнерәк төшкәнен дә билдәләп үтте.
Һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим өлкә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Радий Фәрит улы белдереүенсә, 2018 йылдың 1 октябренән республика медицина учреждениеларында эшләгән табиптарҙың һаны – 185-кә, урта медицина персоналының һаны 216-ға артҡан. Был йәһәттән йүнәлешле уҡыу йорттары менән аныҡ эш алып барыла, киләсәктә һөҙөмтә тағы ла юғарыраҡ буласаҡ.
Мәктәптәргә килгәндә, федераль ресурстарҙы йәлеп итеп, былтыр Стәрлетамаҡта ҙур белем усағы төҙөлгән. Унан тыш, тағы ла өс мәктәп үҙ ишектәрен асҡан, шул иҫәптән береһе балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. Әйткәндәй, быйыл республикала тағы ла 21 мәктәп төҙөләсәк, уларҙың 11-е балалар баҡсаһы менән берләштереләсәк.
Радий Хәбиров шулай уҡ сығышында башҡа өлкәләргә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, спортҡа ла туҡталып үтте. Былтыр республикала биш яңы спорт объекты асылыуын, тағы 14-е төҙөлөп бөтөү этабында булыуын, дүрт объект проектланыуын әйтеп үтте һәм:
– Ошо көндәрҙә, күптәрегеҙ кеүек үк, туған “Салауат Юлаев” хоккей командаһы өсөн янып-көйҙөк. Егеттәребеҙгә ихтыярлы һәм батыр булғандары, республика данын яҡлағандары өсөн рәхмәт. Улар беҙгә Рәсәй чемпионатының бронза миҙалдарын бүләк итте, – тине.
Төбәк етәксеһе йөкмәткеле сығышын “Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” тигән киң мәғәнәле башҡорт халыҡ мәҡәле менән йомғаҡлап, ҡыйыу рәүештә юғары маҡсаттар ҡуйырға һәм ең һыҙғанып татыу эшкә тотонорға саҡырҙы.