Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Апрель 2019, 21:10

"Беҙ һәр саҡ бергә"

Татарстан парламенты делегацияһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа осрашыуҙа булды.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.
Татарстан парламенты делегацияһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа осрашыуҙа булды.
“Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, ҡиммәттәребеҙ уртаҡ, телдәребеҙ яҡын – аралашып йәшәргә тейешбеҙ, – тине Константин Толкачев. – Һеҙҙең хоҡуҡи базағыҙҙы күҙәтеп барабыҙ, үҙебеҙҙең тәжрибә менән уртаҡлашабыҙ. Закондарыбыҙ ҙа төп үҙенсәлектәре буйынса тап килә. Беҙҙең парламенттар килешеү менән бәйләнгән. Уның һәр пункты буйынса үтеп, барыһы ла эшләйме икәнен ҡарарға кәрәк”.
Татарстан Дәүләт Советының вице-спикеры Римма Ратникова парламент-ара бәйләнештәрҙең ҡиммәтен билдәләне. “Беҙ һәр ваҡыт бергә булырға тырыштыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам иттек, – тине ул. – Хатта уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла, иң ҡатмарлы закондарҙы тикшергәндә, юридик яҡтан да, халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән дә ҡараштарыбыҙ бик яҡын булды”.
Төбәк-ара бәйләнеш парламенттарҙың айырым комитеттарында ла тығыҙ алып барыла.


Татарстан вәкилдәрен Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән байрам саралары ныҡлы ҡыҙыҡһындыра.
“Киләһе йылда беҙҙә Татарстандың 100 йыллығы үтәсәк, – тине Римма Ратникова сара һуңында журналистар менән әңгәмәлә. – Һеҙҙә был йәһәттән ниндәй саралар уҙғарылғаны беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ. Алдан тәжрибә тупламаҡсыбыҙ. Һәм, әлбиттә, ҙур сарала Башҡортостандан ҡунаҡтар көтөп ҡалабыҙ”.
Читайте нас: