Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Апрель 2019, 20:06

Кеше урлаусылар һәм язалаусылар тотолдо

Стәрлетамаҡ тәфтишселәре дүрт ир һәм бер ҡатындан торған енәйәт төркөмөнә ҡағылышлы тикшереү эшен тамамланы.

Стәрлетамаҡ тәфтишселәре дүрт ир һәм бер ҡатындан торған енәйәт төркөмөнә ҡағылышлы тикшереү эшен тамамланы.
23-27 йәшлек ир-егеттәр һәм 45 йәшлек ҡатын ике мутлашыу осрағында, кеше урлауҙа, талауҙа, торлаҡҡа законһыҙ баҫып инеүҙә һәм енәйәти юл менән үҙләштерелгән мөлкәткә хужа булыуҙа ғәйепләнә.


Уларҙың эшмәкәрлеге былтыр февралдә туҡтатыла. Бығаса бер риелторҙы йәлеп итеп, алдашыу юлы менән кешеләрҙең фатирҙарын үҙләштереп йөрөйҙәр. Мәҫәлән, 40 йәшлек эскән ҡатынға фатирын һатыуҙа ярҙам тәҡдим итәләр. Йәнәһе, шунан һуң бәләкәйерәк торлаҡ алып, ҡалған аҡсаға коммуналь хеҙмәттәргә бурысын ҡаплай аласаҡ. Әммә ышаныс ҡағыҙын тултыртҡас та, бахырҙы иҫертеп, Тамбов ҡалаһына алып барып ҡалдыралар.


Шул рәүешле 50 йәшлек ирҙе лә алдайҙар. Уны Краснодар крайына оҙаталар. Йәнә бер 63 йәшлек ирҙе алдарға йыйыналар, ләкин тегеһе бирешмәй. Артабан уның өйөнә үтеп инеп, үҙен урлап алып китәләр ҙә бер нисә көн буйы төрлө фатирҙарҙа тоталар, милеккә хоҡуҡты бирһен өсөн туҡмайҙар, язалайҙар.


Ирҙең туғандары уның юҡҡа сығыуын белеп ҡалып, полицияға хәбәр итә. Ә инде банда ағзалары фатирҙы үҙҙәренә теркәтер өсөн Стәрлетамаҡтағы “Росреестр” идаралығына барғас, улар тәртип һаҡсыларының ҡулына эләгә.


Ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең ғәйебен танымай. Енәйәт эше хөкөм ҡарары сығарыу өсөн судҡа ебәрелгән.


Фото: surfingbird.ru
Читайте нас: