Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Апрель 2019, 14:57

Татарстан ҡунаҡтары – татар гимназияһында

Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәре башланды. Ошо айҡанлы, Өфө ҡалаһының 84-се татар гимназияһы күрше төбәктән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәре башланды. Ошо айҡанлы, Өфө ҡалаһының 84-се татар гимназияһы күрше төбәктән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.


Улар араһында Татарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлихов, Татарстандың халыҡ шағирҙары Рәдиф Ғаташ, Гәрәй Рәхим, Зиннур Мансуров бар.


Улар асыҡ дәрестәрҙә булып балалар менән аралашты, шиғырҙар уҡыны. Артабан матур осрашыу гимназияның тантаналар залында дауам итте. Сипайлово биҫтәһендә 15 йыл дауамында эшләп килгән белем усағы уҡыусылары туған телен яҡшы белеүен күрһәтте, йырҙар, шиғырҙар башҡарҙы.


Автор фотоһы
Читайте нас: