Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Апрель 2019, 22:27

"Башҡаларға ысын өлгө һеҙ"

Республика етәксеһе Сибайҙа Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала сығыш яһап, ҡала халҡын бер быуатлыҡ байрам менән тәбрикләне, лайыҡлыларға юбилей наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Республика етәксеһе Сибайҙа Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән тантаналы сарала сығыш яһап, ҡала халҡын бер быуатлыҡ байрам менән тәбрикләне, лайыҡлыларға юбилей наградалары тапшырҙы.
Унан алда Радий Хәбиров А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры алдындағы майҙанда ойошторолған декоратив-биҙәү сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһен ҡараны, оҫталар менән аралашты.
“Бер быуатлыҡ юбилейҙы ошо ерҙә, асылда республикабыҙҙың тыуған ерендә билдәләү айырыуса тулҡынландырғыс. Алыҫ түгел – Темәс, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы, унда теүәл бер быуат элек алдағы яҙмышты билдәләгән ҡарарҙар ҡабул ителгән. Урал аръяғының беҙҙең көндәрҙә лә республикабыҙ үҫешендә мөһим урын тотоуын теләйбеҙ”, – тине сығышында Радий Хәбиров.


Ул әле Сибайҙың хаҡлы рәүештә был төбәктең баш ҡалаһы тип йөрөтөлөүен, иҡтисади, мәҙәни, мәғрифәт үҙәге булыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа ҡалала күп нәмә башҡарылған, айырыуса Урал аръяғын үҫтереү программаһы буйынса. Әле дөйөм суммаһы 50 миллиард һумлыҡ 15 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла һәм планлаштырыла. Яңы хеҙмәт урындары булдырылған, эшһеҙлек кәмей.


Радий Фәрит улы шулай уҡ был төбәктә юл инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатындағы пландар хаҡында әйтте, былтыр газ-заправкалау станцияһы асылыуын мөһим ваҡиға булараҡ билдәләне.
Экология мәсьәләһенә килгәндә, республика етәксеһе: “Белеүегеҙсә, Башҡортостан, тотош ил һеҙҙең менән бергә булды, яңғыҙ ҡалдырманы, – тине. – Яңы йылға тиклем ҡайһылай ине һәм хәҙер нисек – үҙегеҙ күреп-беләһегеҙ. Таусылар, ҡала властары, барлыҡ йәмәғәтселек уртаҡ маҡсатта берләште. Был бик мөһим. Киләһе аҙнала карьерға һыу ағыҙыу дауам итәсәк, ҡалған мәсьәләләрҙе яйға һаласаҡбыҙ”.
Радий Фәрит улы ҡаланы төҙөкләндереү буйынса һуңғы йылдарҙа ҙур эш башҡарылғанын, торлаҡ төҙөлөшөнөң яҡшы барғанын билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау тармағына килгәндә, медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар, яҡшы кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәген, перинаталь үҙәккә тиҙҙән капиталь ремонт яһала башлаясағын әйтте. Сибайҙа шулай уҡ һөт кухняһы асыласаҡ. Радий Фәрит улы фекеренсә, ҡалаға онкология һәм кардиология үҙәктәре лә кәрәк, улар тотош Урал аръяғы халҡын ҡабул итерлек булырға тейеш.
Республика етәксеһе үҙ сығышында Сибайҙа мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүленеүен телгә алды, “Ирәндек моңдары” фестивален, быйыл беренсегә үткәрелгән “Урал аръяғы тауышы” конкурсын баһалап уҙҙы.
Спортҡа килгәндә, “Хеҙмәт” стадионын яңыртыу, унда ҙур көрәш залы асыу планлаштырылғаны хаҡында белдерҙе.
Сибай, алда әйтелгәнсә, Урал аръяғының мәғрифәт үҙәге лә. “Тармаҡтың кадрҙар ҡеүәтен нығытыу, йәштәрҙе бөгөн ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә уҡытыу мөмкинлеген киңәйтеү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында Сибайҙа башҡорт, рус һәм инглиз телдәре тәрән өйрәнелгән лингвистик гимназия асыу ҡарары ҡабул ителде”.
Республика етәксеһе ҡала халҡына Ҡырым Башлығы Сергей Аксеновтың сәләмен еткерҙе, унан Сибай балалары тураһында тик яҡшы һүҙҙәр ишетеүенә һөйөнөүен белдерҙе.
“Һәр ваҡытта ла ошолай көслө, аҡыллы, берҙәм, башҡаларға ысын өлгө булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Ә беҙ Сибайҙы йәшәү өсөн уңайлы ҡала итеүгә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Артабан республика етәксеһе ҡаланы үҫтереүгә күп көс һалған абруйлы хеҙмәт кешеләрен “Башҡортостан Республикаһы булдырылыуға 100 йыл” юбилей миҙалы менән бүләкләне.
Читайте нас: