Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Апрель 2019, 13:51

Украинала яңы президент

Һуңғы йылдарҙа Украина сәйсәси буталыштар осорон кисерҙе, быға тиклем татыу йәшәгән Рәсәй менән араларын да боҙҙо. Ошо йылдарҙа илдә хөкөм һөргән сәйәси, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һуңғы һайлауҙа Петр Порошенконың еңелеүенә килтерҙе.

Һуңғы йылдарҙа Украина сәйсәси буталыштар осорон кисерҙе, быға тиклем татыу йәшәгән Рәсәй менән араларын да боҙҙо. Ошо йылдарҙа илдә хөкөм һөргән сәйәси, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һуңғы һайлауҙа Петр Порошенконың еңелеүенә килтерҙе.


21 апрелдә уҙған Украина Президенты һайлауында, протоколдарҙың 80 процентын эшкәрткәндән һуң, мәғлүм булыуынса, шоумен Владимир Зеленский 73,09 процент тауыш йыйып, алда бара. Петр Порошенкоға халыҡтың бары 24,57 проценты ғына ышаныс белдергән.


П. Порошенко үҙен һайлауҙа еңелеүен танып, яңы алмашсыһын ҡотланы, шул уҡ ваҡытта әле сәйәсәттән китмәйәсәгенә ишараланы. Әйтеүенсә, яңы президент илдең милли мәнфәғәттәренә яуап биреп, Евросоюз һәм НАТО менән араларҙы яҡынайтыуҙы дауам итһә, ул үҙенең оппонентына ярҙам итәсәк. Тик шуныһы: әгәр Владимир Зеленский уның сәйәсәтен дауам итһә, алдағы йылдарҙа Украинала үҙгәрештәр яҡшы яҡҡа булмаясаҡ, ул да Петр Порошенконың хәленә ҡаласаҡ. АҠШ Президенты Трамп иһә Зеленский менән эшләргә әҙер булыуын алдан уҡ белдергәйне. Шуға ла Владимир Зеленскийҙың башында ниндәй уйҙар барлығы беҙгә билдәһеҙ. Ә шулай ҙа ул үҙенең сәйәсәттәге ҡайһы бер йүнәлештәрен белдерҙе.


– Беҙ Норманд форматында эшләйәсәкбеҙ, Минск процесын дауам итәсәкбеҙ, уны ҡайтанан ҡараясаҡбыҙ. Кадрҙарҙы алмаштырыу буласаҡ, тип уйлайым, – тине ул.


Фото: РИА “Новости” сайтынан




Читайте нас: