Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Апрель 2019, 16:03

Эксперттар коммунистарға рәттәрҙең таҙалығын хәстәрләргә кәңәш итә

2019 йылда үтәсәк һайлау алдынан матбуғатта КПРФ-тың кандидаттары хаҡында төрлө мәғлүмәттәр таралыуы сәбәпле партия ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.

2019 йылда үтәсәк һайлау алдынан матбуғатта КПРФ-тың кандидаттары хаҡында төрлө мәғлүмәттәр таралыуы сәбәпле партия ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.


Шулай итеп, Мәскәү ҡалаһы дума­һына партия абруйлы адвокат Дмитрий Аграновскийҙы, КПРФ-тың Мәскәү ҡала комитеты секретары, Дәүләт Думаһының экс-депутаты Владимир Родинды, шулай уҡ “Һул яҡ фронт” координаторы, тәртип­һеҙлектәр ойошторғаны өсөн дүрт йыл ярым төрмәлә ултырған Сергей Удальцовтың ҡатыны Анастасия Удальцованы тәҡдим итеүе мөмкин.


КПРФ лидерының ейәне Леонид Зюганов һәм Мәскәү ҡалаһы мэрын һайлауҙа икенсе урын алған эшҡыуар Вадим Кумин да “локомотив” булмаҡсы.


Санкт-Петербург губернаторы вази­фа­һына кандидатлыҡҡа коммунистар тирәләй аҫтыртын­лыҡ һаҡлана: “ҡы­ҙыл­дар” РФ-тың халыҡ артисы, кинорежиссер Владимир Бортконы тәҡдим итергә уйлай тигән мәғлүмәт таралды. Шул уҡ ваҡытта журналист Максим Шев­чен­ко­ның кандидатураһы ла ҡарал­ғайны. КПРФ-тың Владимир өлкәһен­дә­ге етәксеһе Шевченконың кандидату­раһын күп кенә Питер коммунистары яҡ­ламай, әлбиттә. Улан-Удэ мэрын һай­лау­ға КПРФ-тың Бүрәт бүлексә­һе Халыҡ Хуралы депутаты Анатолий Ковалевты тәҡдим итте.


Партияның өлкә комитеты Бүрәт коммунистары лидеры, Иркутск өлкәһе сена­то­ры Вячеслав Мархаевты ла яҡлауы их­тимал. Ә Липецк өлкәһе губернаторы урынына Липецк өлкәһе КПРФ комите­ты­ның икенсе секретары Сергей Токарев “ҡыҙылдар” исеменән көрәшәсәк, ахырыһы.


Хыялдағы ғына мөмкинлек


Иң оло һәм тәжрибәле парламент пар­тия­һына борсолорға урын юҡ та һымаҡ: коммунистарҙың мөмкинлегенә эксперттар ышана. Әммә, полито­лог­тарҙың фекеренсә, үткән һәр һайлауҙа уларҙың көс-ҡеүәте кәмей бара, сөнки һуңғы арала күп кенә рәсәйҙәр, “ҡыҙыл­дар” өсөн хөрмәт йөҙөнән генә тауыш бирә. КПРФ-тың 90-сы йылдарҙағы ҡаҙанышын күптәр иҫләй. Ул саҡтағы президент һайлауҙа­рында Геннадий Зюганов Борис Ельцинды үтеп китә яҙғайны. Партия, ысынлап та, көслө ине, сөнки уның рәтендә эшен яҡшы белгән, алдынғы ҡарашлы кешеләр эшләй ине. Хәҙер күп нәмә үҙгәрҙе. Аналитиктар фекеренсә, бөгөн КПРФ-ҡа кризис янай. “Ҡыҙылдар” рәтендә гар­мония­һыҙ яңғыраған коммунистар идеалдарын яҡлағандар һәм бизнес вәкилдәре күп”, – тип раҫ­лай Сәйәси анализ үҙәге директоры Павел Данилин.


Партияла бөгөн Остап Бендерҙарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың булыуы ла аптыратмай. “Әгәр ЛДПР был йәһәттән үҙен иркен тотһа, КПРФ партияһы тәртип һаҡ­лауы менән айырыла һәм электо­ратының иғтибарын йәлеп итә, – ти Данилин. – Элегерәк КПРФ-тан Дәүләт Думаһына Владимир Семаго йәки “ЮКОС”-тан Алексей Кондауров кеүек коммерсанттар һирәк һайланһа, хәҙер иһә ғәҙәти күренешкә әүерелде. Бөгөн “ҡыҙылдар” араһында Дәүләт Думаһы депутаттары Вахи Агаев, Анатолий Бифов кеүек ҙур эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ түбәнерәк дәрәжәле йүнселдәр ҙә бихисап. Төбәктәрҙәге власть органдарында иһә ундайҙар һанап бөткөһөҙ. Капиталды ғына ҡайғыртҡан кешеләрҙең КПРФ-ҡа яҡты коммунис­тик киләсәк өсөн көрәшергә килгән тип уйлау бер ҡатлылыҡ булыр ине”.


Үткән көндәр мираҫы


КПРФ ҡасан һәм нисек үҙенең төп идеологик юлынан тайпылып, яуаплы урынға таплы биогра­фиялы кандидат­тар­ҙы сығара башлауы политологтар өсөн төп һорау булып тора. Бындай тайпылыштар 2010 йылдан башланды, тип иҫәпләй эксперттар. Шул уҡ ваҡытта Павел Данилин аң­латыуынса, “күп сигнал­дарға ҡарамаҫтан, КПРФ етәкселеге, оҙаҡ ваҡыт уларға иғтибар итмәне”. Политолог 2014 йылда Дәүләт Думаһында КПРФ партияһынан депутат Константин Ширшов парла­менттағы урындарҙы 7,5 миллион евроға һатыуҙа ғәйеп­ләнеп, биш йылға иркенән мәхрүм ителеүе хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. “Шул уҡ 2014 йылда КПРФ партияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Николай Паршинды партия урындарын һатыуҙа ғәйеплә­неләр”, – тип билдәләне Данилин. Уның фекеренсә, коммунистар шул саҡта уҡ партия эсен­дә “таҙартыу” эштә­ре алып бара ала ине. Тик быны улар эш­ләмәне. 2015-2016 йылдарҙа Берд­ский­ҙың экс-мэры Илья Потапов һәм Алтай­ҙың элекке депутаты Александр Мастинин мутлыҡ­тары өсөн ун һәм алты йылға иркенән мәхрүм ителде. Мәскәү­ҙән ҡасып китеп һәм 2017 йылда Украинала үлтерелгән, Мәскәүҙәге биналарҙы рейдер алымы менән яулаған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған КПРФ-тың Дәүләт Думаһындағы депутаты Денис Вороненковты нисек иҫкә алмай­һың инде. Бөгөн “ҡыҙылдар”ҙы үткәндәр шәү­ләһе эҙәрлекләүен дауам итә. КПРФ-ты яңынан “тергеҙергә” тотонған яңы кешеләр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты йырып сыға алырмы икән?


Барыһын да кадрҙар хәл итә


2018 йылда КПРФ-тың төбәк бүлегенең беренсе секретары Валентин Коноваловты Хакасия губернаторы итеп һайлауҙы Коммунистар үҙҙәренең һуңғы иң оло ҡаҙанышы тип һанай. “Коммунист етәксенең килеүенә республика халҡының күпселеге тормоштарының яҡшырыуына өмөт бағлағайны ла ул, – ти Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Олег Матвейчев. – Әммә КПРФ партияһынан булған губернатор уларҙың ышанысын аҡламай әлегә. Команда менән эшләү һәм етәкселек өлкәһендә тәжрибәһе етмәүе лә үҙен һиҙҙерә. Бынан тыш, Коноваловты был урынға тәғәйенләү премиялар менән булған хәлде киҫкенләштерҙе. Һайлауҙар ваҡытында ул чинов­никтарға бүленгән сығымдарҙы ҡыҫҡартырға вәғәҙә иткән һәм губернатор булыу менән үҙе янындағыларға эш хаҡын 500 процент күләмендә билдәләгән.


Иркутск губернаторы, КПРФ-тың Иркутск өлкә комитетының беренсе секретары Сергей Левченко тирәләй ҙә йә­мә­ғәтселектә хәбәр таралды. Матвейчев фекере буйынса, Левченко “тәжрибәле” коммунист, әммә ул КПРФ-тың юғары идеялары менән ысынбарлыҡ араһындағы һайлауҙа юғалып ҡала.


КПРФ тарафынан тәҡдим ителгән тағы берәү – президентлыҡҡа экс-кандидат, “Ле­нин исемендәге совхоз” ябыҡ акцио­нерҙар йәмғиәте директоры Павел Грудинин – яңыраҡ ҡына Мәскәү янындағы Ленин районы Видное ҡала депутаты Видное ҡала прокуратураһы тәҡдиме нигеҙендә мандатынан ҡолаҡ ҡаҡты.


Күҙәтеү органдары асыҡлауынса, Грудинин Bontro LTD белиз офшорына эйә булыуы хаҡында декларация бирмәгән һәм коррупцияға ҡаршы закон талабын боҙған. Уға тиклем совхоз директоры Видное ҡалаһы депутаттар советы рәйесе вазифаһынан бушатыла. Быға Грудинин тарафынан ҡала ижтимағи программаһы сиктәрендә аҙ мөлкәтле ғаиләләрҙе яҡ­лау­ға һәм спортҡа бүленгән аҡсаны ҡыҫ­ҡартыу сәбәпсе булған. Бынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла ғазап сикте, сөнки коммуналь түләүҙәр өсөн бүлен­гән компенсацияны 37,5 процентҡа киҫә­ләр. Урындағы коммунистар ҙа Грудининды урынынан төшөрөү өсөн тауыш бир­гән. Видное ҡала советына Грудинин командаһынан һайлан­ған депутат Дмитрий Ерохин әйтеүенсә, эшҡыуарҙы эше­нән бушатыуға, йәнәһе лә, уның “совет эшен тейешенсә ойоштора алмауы” сәбәпсе булған.


“Павел Грудининды ил президенты вазифаһына тәҡдим итеү – КПРФ-тың иң ҙур хатаһы”, – ти Матвейчев. Политолог һайлау кампанияһына ваҡытында асыҡланыуға таянып, “Ленин исемендәге совхоз” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Грудининдыҡы булыуын, 90-сы йылдарҙа ябай эшселәрҙең ерҙәрен тартып алып, һуңынан коммерция сиктәрендә төҙөлөш өсөн ер биләмәләре һатып байыуын бил­дәләй. “Президент вазифаһына кандидат­лыҡҡа теркәү үткән ваҡытҡа совхоз дирек­торының сит ил банктарында ябылмаған иҫәптәре лә булған, унда 55 миллион һум аҡса, 7,4 миллиард һумға ҡиммәтле ҡағыҙҙар, шулай уҡ 5,5 кг алтын һаҡланған. Бөгөн Грудинин менән тыуған совхозының пайсылары судлаша, улар директорҙан һатылған ерҙәр өсөн 2 миллиард һум компенсация талап итә. Ә коммунистарҙан сыҡҡан экс-кандидат журналистар менән судлаша”, – тип барлыҡ “эштәрен” һанай политолог Матвейчев.


ҺУҢҒЫ ҺҮҘ УРЫНЫНА

“Икс сәғәте” алдынан


Коммунистар партияһының шундай сәйер сәйәсәтен күптәр кадрҙар етешмәүҙә түгел, ә күберәк ялған оппозицияның булмышы менән аңлата.


Олег Матвейчев фекеренсә, “партия был ролгә шул тиклем шәп ингән, ул бынан бик ҡәнәғәт. Улайһа кадрҙар сәйәсәте лә башҡасараҡ булыр ине, ә инициативанан сыҡҡан фекерҙәр һүҙҙә түгел, ә эштә күренер ине”. Тәжрибәле сәйәсмән Геннадий Зюганов үҙ рәттәрен “ҡаҡшатҡан” етешһеҙлектәрҙе күрмәйме ни? Әммә КПРФ партия реформалары урынына үҙҙәренең кандидаттарын яҡлауҙы хуп күрә. Политологтар был хәлде, компартия үҙ системаһының ҡорбаны булыуҙан һаҡлана, тип иҫкәртә.


Партия үҙҙәре ҡуйылған кешеләре арҡаһында, уларҙы яҡлағаны һәм улар менән күберәк иҡтисади бәйләнештә булғаны өсөн, күп кенә электоратын юғалта ала. 2019 йылдағы Берҙәм һайлау көнө еткән һайын, КПРФ-ҡа ла “икс сәғәте” яҡынлаша. Партия артабан кем менән барырын хәл итергә тейеш – политиктар һәм олигархтар менәнме, әллә халыҡ менәнме?


(“Комсомольская правда” гәзитенән, 2019 йыл, 14 – 21 март).
Читайте нас: