Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Апрель 2019, 16:21

Ҙур конгресҡа йыйылдылар

Кисә VI “Рәсәй дәүләт-шәхси партнерлыҡ аҙналығы” инфраструктура конгресы башланды.

Кисә VI “Рәсәй дәүләт-шәхси партнерлыҡ аҙналығы” инфраструктура конгресы башланды.


Сарала дәүләт-шәхси партнерлыҡтың үҫеш кимәле буйынса төбәктәр рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырасаҡтар. Алдынғы өс төбәк иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, һамар өлкәһе, Ханты-манси автономиялы округы – Югра инә. Рейтинг төбәктәрҙең бюджеттан тыш инвестиция йәлеп итеү эшен баһаларға булышлыҡ итә.


Бөгөн һәм иртәгә транспорт, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, спорт һәм мәғариф, медицина һәм ҡала мөхите кеүек өлкәләрҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарын файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар законға үҙгәрештәр индереү, проекттар әҙерләү үҙенсәлектәре йәһәтенән фекер алышасаҡ.
Читайте нас: