2012 йылдың 27 июнендә “Рәсәйҙең хәрбиҙәр даны һәм иҫтәлекле ваҡиғалар көндәре тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, халыҡ иғтибарын Рәсәй Федераль Йыйылышы һәм төбәктәрҙең дәүләт закондар сығарыу органдарының эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм популярлаштырыу маҡсатында, Рәсәй парламентаризмы көнөн 27 апрелдә билдәләргә ҡарар ителә.
1906 йылда нәҡ ошо көндә Рәсәй Империяһының Дәүләт Думаһы эшләй башлай. Ул ил тарихындағы беренсе демократик институт була. Шулай итеп, Дәүләт Думаһы парламенттың түбәнге палатаһына әйләнә, ә юғары палата Дәүләт Советынан тора.
1905 йылдың (17) 30 октябрендә ҡабул ителгән Манифест вәкәләтле органдың эшмәкәрлек нигеҙенә әйләнә һәм “бер закон да Дәүләт Думаһы раҫлауынан тыш ҡабул ителергә тейеш түгел” тигән ҡаҡшамаҫ ҡағиҙә урынлаштырыла. Шулай итеп, ул кәңәшләшеү органынан закондар сығарыу органына әйләнә.
Бөгөн дә Федераль Йыйылыш, ул саҡтағы кеүек, ике палатанан тора – Дәүләт Думаһынан һәм Федераль Йыйылыштан. Конституция буйынса, парламентҡа тәүге һайлау 1993 йылдың 12 декабрендә үтә.
Башҡортостанда иһә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1917 йылдың 20 июлендә уҙа. Был сарала дәүләт ҡоролошо, идара итеү нигеҙҙәре, республиканың артабанғы яҙмышы, ғәскәр булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡарала. Нәҡ башҡорттар ойошторған сәйәси сара Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыуға, халыҡ-ара килешеүгә, тупланыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – төбәктәге төп закондар сығарған вәкәләтле орган. Унда республика һәм халыҡ именлеге хаҡына 110 депутат үҙ өлөшөн индерә.