Рәсәйҙең яңы синыфына баҫымды ни рәүешле кәметергә? Был йәһәттән тармаҡ вәкилдәре тарафынан әйтелгән иғтибарға лайыҡ тәҡдимдәр юҡ түгел. Мәҫәлән, “Эшлекле Рәсәй” фирҡәһе рәйестәше Андрей Назаров судьялар сафын элек адвокатурала эшләгән юристар иҫәбенә тулыландырырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Эшҡыуарҙарға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эштәрен ҡарауға присяжныйҙар судын йәлеп итеү мәсьәләһен күтәреүселәр ҙә бар. Ә бына баҙар иҡтисады йылдарында иҫәпһеҙ үрсегән тикшереү органдарын кәметеү, тармаҡ эшмәкәрлеген көйләгән норматив базаны яңыртыу кеүек тәҡдимдәр күптән әйтелә килә, әммә закон сығарыусылар ғына уларҙы ҡолағына элмәй.
Шул уҡ ваҡытта иғтибарлыраҡ күҙ һалғанда, тәҡдимдәрҙең етешһеҙлектәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән, кисәге адвокат бөгөн судья мантияһын кейеп алыу менән яңы коллегалары кеүек эш итә башламаҫ тип кем гарантия бирә ала? “Аңды көнкүреш билдәләй”, тип коммунизм теорияһы авторы Карл Маркс тиктәҫкә әйтмәгән бит. Присяжныйҙар судына килгәндә, Ватан ерлегендә хоҡуҡи нормаларҙың бик йомшаҡ эш итеүен иҫәптән сығарып ташларға ярамай, шуға күрә присяжныйҙар сығарған вердикттың ғәмәлдәге закондарға ҡаршы килеү ихтималлығы бар. Ә бына тикшереү органдары эшмәкәрлегенә сик ҡуйыу өсөн шулай уҡ күптән ҡабатлана килгән административ реформаны хәрәкәткә килтерергә кәрәк.