Суд системаһы тураһында уйланыуҙар.
Хәл-күренештәр, үҙенән-үҙе ошо баһаға лайыҡ төшөнсәләр бар. Мәҫәлән, иң элек күҙ алдына хаҡлы рәүештә ата-әсә, олатай-өләсәйҙәр килеп баҫа, сөнки уларға ҡарата ошондай йылы мөнәсәбәт ҡан менән бирелә. Артабан – йәмғиәт алдында фиҙакәр хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған шәхестәр, ауылдаштар, хеҙмәттәштәр…
Идара итеү даирәләре ошо исемлеккә дәғүә итә аламы? Мәҫәлән, ХVIII быуатта уҡ властарҙы бүлеү теорияһын ижад иткән француз мәғрифәтсеһе Шарль Луи Монтескье күҙ уңында тотҡан закон сығарыу, башҡарма һәм суд тармаҡтарының граждандар алдында айырым-айырым ихтирам ҡаҙана алыуы ихтималмы? Бында һүҙ ошо даирәлә эшләп, ватандаштарының ихтирамына лайыҡ булған айырым шәхестәр хаҡында түгел, ә тотош тармаҡ тураһында бара.
Һуңғы ваҡытта төрлө сығанаҡтарҙа, шул иҫәптән ваҡытлы матбуғатта ла хөкөм власына ихтирам тураһында һүҙ ҡуҙғатыла башланы. Бәхәс юҡ, һәр кемдең фиҙакәр хеҙмәте, әгәр ул йәмғиәткә ҙур файҙа килтерә икән, юғары баһаға дәғүә итә ала. Ә бына Рәсәй Конституцияһына ярашлы, сирек быуат элек кенә үҙаллылыҡ, йәғни бойондороҡһоҙлоҡ ҡабул итеп алған суд тураһында ошо йүнәлештә һүҙ алып барырға мөмкинме?
Иң элек – дәүләт мәнфәғәте
Был һорауға яуап биреү өсөн, фән талаптарына эйәреп, мәсьәләнең тарихына мөрәжәғәт итеү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй империяһында ла, артабанғы Советтар Союзында ла Фемида әһелдәре ватандаштары араһында абруйы менән маҡтана алманы. Тураһын әйткәндә, улар суд ҡарары сығарғанда иң элек дәүләт мәнфәғәтен алға ҡуйып эш итте, һәм халыҡ уларға ҡарата ҡурҡыу тойғоһо ғына кисерҙе.
Батша Рәсәйендә хоҡуҡ фәне менән шөғөлләнеүселәр ҙә эшмәкәрлеген тап ошо йүнәлештә алып барған. Мәҫәлән, Рәсәй империяһының күренекле юристарының береһе Габриэль Шершеневич хоҡуҡ мәсьәләһендә теге йәки был кеше мәнфәғәтен түгел, ә дәүләттекен алға һөргән. Быны ла аңларға мөмкин, сөнки Европа илдәренән айырмалы революцион юл менән түгел, ә император указы нигеҙендә ХIХ быуат урталарында ғына крепостной хоҡуҡтан азат ителгән күп милләтле дәүләттә кеше хоҡуҡтары хаҡында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ булған.
Бынан бер быуат элек йәшәгән күренекле хоҡуҡ белгестәренең береһе Богдан Кистяковский иһә асыҡтан-асыҡ, беҙҙә хоҡуҡ темаһы менән ҡыҙыҡһынған, уны ихтирамға лайыҡ һанаған интеллигенция вәкилдәре булманы, тигәнерәк ҡараш белдергән.
Ғәҙеллек өсөн шуны ла телгә алыу кәрәк: 90-сы йылдарҙа башланған киң ҡоласлы реформаларға Рәсәй Федерацияһы судьялары бер ниндәй әҙерлекһеҙ аяҡ баҫты. Федераль Конституцияға ярашлы бойондороҡһоҙ тип иғлан ителгән үҙаллы тармаҡтағы үҙгәрештәр яңы кодекстар ҡабул итеп, ғәмәлгә индереү, судтар эшмәкәрлеген яңы шарттарҙа ойоштороуға, шул иҫәптән финанслауға ҡағылып, хөкөм процесында рәйеслек итеүселәрҙең аңында тәрән боролоштар яһарлыҡ йоғонтоға эйә була алманы. Был да, моғайын, тәбиғиҙер, сөнки легендар большевик Иосиф Сталиндың билдәле һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, Рәсәйҙә башҡа судьялар юҡ ине.
Коммунизм теорияһын ижад итеүселәрҙең береһе Карл Маркстың, аң көнкүреш шарттарына ярашлы формалаша, тигән бөйөк асышын тағы ла бер телгә алмау мөмкин түгел. Хөкөм барышында рәйеслек итеүсе судьялар совет осоро менталитетынан, дәүләткә, дөрөҫөрәге, уның йөҙөндәге чиновниктарға һалышып йәшәргә өйрәнгән, үҙенән башҡаларҙың хоҡуҡ-мәнфәғәттәре менән, киреһенсә, иҫәпләшергә өйрәнмәгән ошо йәмғиәттән сыға бит.
Илебеҙҙә, Европа дәүләттәрендәге кеүек, граждандар йәмғиәтенең формалаша алыу-алмауы тураһында фекерҙең төрлөсә, шул иҫәптән ҡапма-ҡаршы булыуы ла ихтимал, ләкин Францияның Страсбург ҡалаһында урынлашҡан Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судын ойоштороу дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән был ҡитғала суд власына ихтирам мәсьәләһе ҡуҙғатылмай ҙа. Сәбәбе лә ябай: бында суд власы кәмендә бер быуат үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ эш итеп, граждандар тарафынан танылыуға эйә.
Сирек быуат кеше ғүмере өсөн байтаҡ ваҡыт һаналһа ла, тарих, дәүләттәр формалашыу, реформалар һәм кеше аңында тәрән үҙгәрештәр тыуҙырыу өсөн ҡыҫҡа ғына арауыҡ. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, 25 йыл әүәл генә хоҡуҡи дәүләт ойоштороу йүнәлешендә тәүге аҙымын яһаған Рәсәй Федерацияһында Фемида әһелдәренең яңы шарттарҙа ысын-ысындан яңыса эшмәкәрлек итергә өйрәнә алыуы ышандырмай.