Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2019, 15:34

Әҙәплелек хаҡында онотмағыҙ!

Рәсәй Юғары суды ҡарарына ярашлы, судтарға мөрәжәғәт иткән ғариза-ялыуҙарҙа судьялар шәхесен хурлаған, үс алырға тырышыу билдәләре күренгән ялыуҙарҙы ҡарауҙан баш тартыу хоҡуғы бирелә. Сөнки, ҡарарҙа билдәләнеүенсә, был Фемида әһелдәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең үҙ хоҡуҡтарынан саманан тыш файҙаланырға ынтылыуын аңлата.

Ҡарар йөкмәткеһе менән килешмәгән белгестәрҙең фекеренсә, процессуаль закондарҙа бындай төшөнсәләр телгә алынмай ғына түгел, ҡарар суд тарафында ялыуҙы ҡарауҙан баш тартыу өсөн кәрәге булмаған мөмкинлектәр аса, сөнки ялыуҙар йөкмәткеһендә Рәсәй йәмәғәтселегенә хас етешһеҙлектәрҙе табыу ҡыйын булмаясаҡ.

“Әхлаҡтың дөйөм ҡағиҙәләренә ихтирам – үҙ бурысыңды аңлау”, – тигән мәшһүр инглиз иҡтисадсыһы Адам Смит. Әҙәплелек төшөнсәһе күп милләтле Рәсәй тупрағында төрлөсә ҡабул ителеүенә миҫалды күпләп килтерергә мөмкин булыр ине. Мәҫәлән, тупаҫ лексика ил киңлектәрендә күптән һәм ныҡлы таралған, һүгенмәйенсә һөйләшмәгән, шундай уҡ ғәҙәтте башҡалар менән мөғәмәләһендә һис тартыныуһыҙ ҡулланған кешеләр миллиондарса. Был – бер.

Икенсенән, илебеҙ киңлектәрендә суд власына ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт һирәк осрай, ә бына уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле ризаһыҙлыҡты йыш күҙәтергә мөмкин. Билдәле, бындай мөнәсәбәт ялыуҙар йөкмәткеһендә лә сағылыш таба. Шул уҡ ваҡытта ошондай тәртип Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судында ла индерелгән. Әҙәпһеҙлеккә юл ҡуйған мөрәжәғәт итеүсе судтан ғәфү үтенергә, ғаризаһын яңынан, әҙәпле лексика ҡулланып яҙырға бурыслы.
Читайте нас: