Бөтә яңылыҡтар

Бөгөндән яңы закондар һәм ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде

Май башынан беҙҙең тормошта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ниндәй закондар, ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә?

Май башынан беҙҙең тормошта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ниндәй закондар, ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә?


Беренсенән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияһы 15-20 процентҡа, йәғни уртаса 9, 5 мең һумға, артырға тейеш. Ә алты миллион эшләмәгән пенсионер килеменең страховка өлөшөнә өҫтәмә аласаҡ.


Икенсенән, социаль дәүләт түләүҙәрен (пособиеларҙан алып эш хаҡына тиклем) алған кешеләрҙең барыһы ла “Мир” ватан түләү системаһы банк карталарына күсергә тейеш.


Өсөнсөнән, паллиатив ярҙамға мохтаж инвалидтарға махсус матрастар һәм мендәрҙәр кеүек реабилитация саралары ете көн эсендә бирелергә тейеш. Элек был осор 30 көн ине.


Дүртенсенән, ышаныслы төҙөү ойошмаларын эскроу-иҫәп ҡулланыуҙан азат итәсәктәр. Быйыл 1 июлдән халыҡтың аҡсаһын ҡулланып торлаҡ төҙөүселәр уларҙан алған аҡсаны фатирҙы тапшырғанса банктағы махсус иҫәптә һаҡлап тоторға, тотонмаҫҡа бурыслы ине. Граждандарға торлаҡ ваҡытында һәм еренә еткереп төҙөп тапшырылмаһа, ойошмаға был аҡса күсерелмәҫкә тейеш.


Бишенсе үҙгәреш капитал амнистияһына ҡағыла. Хәҙер сит илдә финанс байлығы булған кеше был турала хәбәр генә итергә түгел, ә уны илгә кире ҡайтарырға ла бурыслы.


Алтынсынан, бер төбәктә урынлашҡан, әммә бер нисә һалым түләү органында теркәлгәндәр отчетты, үҙҙәре һайлап, берәүһенә генә тапшыра ала.


Етенсенән, ҡасандыр дәүләт инспекцияһына иҫәпкә биш ат көсөнә тиклемге моторлы кәмәһен ҡуйған кешеләргә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, сөнки хәҙер ундай милеккә һалым һалына. Әммә яңы ҡағиҙәләр буйынса 200 тоннанан артыҡ тартҡан кәмәләрҙе генә теркәтеү мотлаҡ. Тимәк, элек теркәлгән еңел кәмәләрҙе иҫәптән төшөртөргә онотмаҫҡа, юғиһә һалым түләүҙе талап итеүҙәре бар.


Фото: meridian-marine.ru
Читайте нас: