Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа ҡарама – алдаҡ…

Ошо йылдың беренсе кварталында “Роспотребнадзор” белгестәре Рәсәйҙең ун төбәгендә 129 контроль тикшереү үткәрҙе, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.

Ошо йылдың беренсе кварталында “Роспотребнадзор” белгестәре Рәсәйҙең ун төбәгендә 129 контроль тикшереү үткәрҙе, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.


Һөҙөмтәлә сауҙа ҡағиҙәләрен боҙған эшҡыуарҙарға 500 мең һум күләмендә штраф һалынған. Бөтә тикшеренеүҙәр ҙә тиерлек ҡулланыусылар дәғүәһе (86 %) нигеҙендә башҡарылған. Иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙарҙың бер-нисәһе һатып алыусыны алдап кәм үлсәү, “Мир” түләү системаһы картаһын ҡабул итеүҙән баш тартыу, срогы сыҡҡан һәм санкцияға эләккән ризыҡ һатыу. Ҡайҙа ҡарама – алдашырға, яйлашырға, мутлашырға тырышалар, күҙәтеү органдарына эш һис кәмемәҫ төҫлө.


Фото: “Известия” гәзите сайтынан.
Читайте нас: