“Кешеләрҙе абстракт вәғәҙәләр, ведомство пландары йәки графиктар, төрлө техник мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырмай. Улар аныҡ һөҙөмтә көткән граждандарға түгел, ә беҙгә ҡағыла. Теге йәки был сараларға аҡсаны нисек бүлеүегеҙ, ҡасан күсереүегеҙ халыҡ өсөн әһәмиәт тыуҙырмай.
Кешеләргә һөҙөмтә мөһим, һәм алыҫ киләсәктә түгел, ә хәҙер. Улар эш барғанын, уның ыңғай икәнлеген һәм һөҙөмтәлелеген күрергә тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы булған вазифалы кешеләргә мөрәжәғәт итәм: граждандарға эшегеҙҙең емешен, Рәсәй ғаиләһенең, һәр кешенең тормошон яҡшыртҡан аңлайышлы һәм һиҙелеп торған үҙгәрештәрҙе күрһәтеү фарыз. Һәр ерҙә, бөтә милли проекттар буйынса башҡарма, закондар сығарыу власының системалы, йылдам эшмәкәрлеге кәрәк. Был, иң элек, социаль өлкәгә ҡағыла. Яслелә урындар булдырыу, ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мәҙәниәт йорттары асыу, мәктәп биналарын яңыртыу, техникумдарҙы һәм колледждарҙы модернизациялау, ҡайтанан әҙерлек һәм белемде камиллаштырыу программаларын (айырыуса пенсия алды йәшендәгеләргә һәм йәш әсәләргә) ғәмәлгә индереү, дәүләт хеҙмәттәрен заманса, һанлы юҫыҡта күрһәтеүҙе ойоштороу кеүек аныҡ күрһәткестәргә өлгәшеү шарт”, ¬ - тине Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында.