Бөтә яңылыҡтар

Яңы закон проекты төҙөлдө

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Федерацияһының Закон сығарыусылар советына “Рәсәй Федерацияһында автомобиль транспортында һәм ер өҫтө ҡала электр транспортында пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу һәм Рәсәй Феде­рацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закондың 28-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын ебәрҙе. Ул легаль булмаған ташыусыларға ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелә.

— Автобуста пассажирҙар ташыуға лицензияһы булған, әммә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуға урындағы үҙидара органдарынан билдәләнгән тәртиптә рөхсәт ҡағыҙы — даими ташыуҙар маршруты картаһын алмаған эшҡыуарҙар хаҡында һүҙ бара, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Республикалағы 10 мең берәмек пассажирҙар транспортының ете меңгә яҡыны “нелегалдар” ҡулында. Эшҡыуарҙарҙың был категорияһы транспорт ҡануниәтен һәм юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙа. Һөҙөмтәлә юлда фажиғәләр һаны арта, кеше ғүмере өҙөлә. Был проблема Өфө өсөн дә, башҡа ҙур ҡалалар өсөн дә бик мөһим.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан парламенты даими ташыуҙар маршруты карталарын биреү тәртибен үҙгәртергә тәҡдим итә. Бындай карталар булмаған осраҡта транспорт сараһы маршрутҡа сығырға тейеш түгел. Константин Толкачев әйтеүенсә, тейешле закон проектын Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы тәҡдим итеүҙе үтенгән.

— Киләсәктә ҡалалағы аныҡ маршруттар буйынса пассажирҙар ташыу хеҙмәте күрһәтеү өлкәһенә йәлеп ителгән автотранспорт сараларының берҙәм реестрын төҙөү мөмкинлеге тыуасаҡ. Был намыҫһыҙ ташыусыларҙы һөҙөмтәле асыҡлау һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға булышлыҡ итәсәк, — тине парламент Рәйесе.

Әйткәндәй, башҡа төбәктәрҙәге парламентарийҙар ҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай фекерен хуплай. Федерация Советының Иҡтисади сәйәсәт комитеты, Тверь өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы, Мәскәү өлкә Думаһы теләктәшлек белдерҙе. Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышынан да Дәүләт Думаһына ошондай тәҡдим индерелгән. Әле закон проектына Закон сығарыусылар советының иҡтисади һәм сәнәғәт сәйәсәте мәсьәләләре комиссияһы тәҡдимдәрен иҫәпкә алып үҙгәрештәр индерелә.
Читайте нас: