Бөтә яңылыҡтар

Милли проекттар – төбәк үлсәмендә

Республикала дәүләт үҫешенең юғары маҡсаттары тормошҡа ашырыла.

Республикала дәүләт үҫешенең юғары маҡсаттары тормошҡа ашырыла.


Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024 йылға тиклем дәүләт үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре билдәләнде, 12 милли проектҡа башланғыс бирелде. Беҙҙең республиканың уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән әҙерлеге ниндәй кимәлдә ине, ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелде? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, проект эшмәкәрлеге үҫеше өсөн яуаплы Илшат ТАЖЕТДИНОВ яуап бирә.


– Былтыр милли проекттарға старт бирелде. Беҙ эштең яңы форматына ниндәй кимәлдә әҙер инек?

– Проект менән идара итеү принциптарын үҙләштереү Башҡорт­останда 2016 йылда уҡ башланғайны. Ошо ваҡыт арауығында улар үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Агро­сәнәғәт комплексы, сауҙа, коммуналь хужа­лыҡ, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа тармаҡ­тарҙа 21 проектҡа башланғыс бирелде. Уларҙың 12-һе тормошҡа уңышлы ашырылды ла. Шулай уҡ беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, юлдарҙы ремонтлау өлкәләрендәге һәм башҡа өҫтөнлөклө федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярайһы уҡ уңышлы ҡушылдыҡ.

Мәҫәлән, бер проектты тормошҡа ашырыу һөҙөм­тәһендә республика 2021 йылда төбәктә 47-се “Апимондия” конгресын үткәреү хоҡуғын яуланы. Икенсе проект иһә Туймазы районындағы дүрт ҡаҙан­лыҡты ремонтлау мөмкинлеген бирҙе. Һәм ошондай аныҡ һөҙөм­тәләр бихисап.


Атап әйткәндә, беҙҙең тәжрибә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитик үҙәк патронажы ярҙамында ойошторолған “Проект олимпы” федераль конкурсы сиктәрендә иң яҡшы идара итеү өлгөһө тип табылды. Шуға ла проект форматы беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булды тип әйтмәҫ инем. Ҡыҫҡаһы, милли проекттар старт алғансы, беҙҙең нигеҙ булырлыҡ тәжрибәбеҙ бар ине.


– Ғөмүмән, шул тиклем масштаблы проект идаралығына күсеү ни өсөн кәрәк? Ихтыяж нимәлә, сөнки унан тыш бихисап дәүләт һәм башҡа программалар бар бит?

– Мәғлүм булыуынса, былар – дәүләт үҫешенең юғары милли маҡсаттары, улар бәғзе йүнәлештәр буйынса илдәге иҡтисади һәм социаль тормошто тамырынан үҙгәртергә тейеш. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бығаса булмаған финанс саралары бүленә – 25 триллион һумдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта дәүләт етәксеһе Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алды – “һуҙылырға ваҡыт юҡ”. Был мәсьәләләрҙең хәл ителеүе мотлаҡ тәьмин ителергә тейеш. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт сәйәсәтенең барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланыу мөһим.


Шуға күрә маҡсаттарҙың тормошҡа ашырылыуын гарантиялаған идара итеү алымдары кәрәк ине. Мәсьәлә проектлы идараны ғәмәлгә индереү менән хәл ителде. Уның асылы шунда: кем, ҡасан һәм нимә эшләргә тейешлеге аныҡ билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта ваҡыт һәм финанс ресурстары иҫәпле икәнен дә күҙ уңында тоторға кәрәк.


Дәүләт программалары – яҡшы мөмкинлек, әммә улар үрҙә телгә алғандарҙы эшләй алмай, һөҙөмтәне аныҡ финанс саралары менән бәйләп, аныҡ башҡарыусыға тиклем еткермәй. Шуға ла алдынғы, юл ярғыс йүнәлештәр өсөн милли проекттар кеүек айырым идара итеү, контроль һәм мониторинг алымын булдырыу зарур ине. Улар башҡа дәүләт программаларын инҡар итмәй, ә, киреһенсә, тулыландыра, иғтибарҙы тейешле һөҙөмтәләргә йүнәлтә.


Ғәмәлдә бөгөн беҙҙең күҙ алдында дәүләт идараһының яңы мәҙәниәте формалаша – һөҙөмтәләргә ҡарап идара итеү. Шулай итеп, милли, федераль һәм төбәк проекты системалары сиктәрендә ниндәй яңылыҡтарҙы тормошҡа ашырып булды?


Беренсенән, көтөлгән һөҙөмтәләр уларҙы өлгәшеүгә бүленгән ҡаҙна аҡсаһы менән тығыҙ бәйле, аныҡ өлөштәргә бүленгән һәм хатта муниципаль кимәлгә тиклем һәр ҡатнашыусыға еткерелгән.


Икенсенән, бөтөнләй яңы, икенсе төрлө отчет биреү, мониторинг һәм көтөлгән хәүефтәр менән идара итеү системаһы булдырыла, ул ҡаҙна аҡсаһының хәрәкәтен, һөҙөмтәләргә өлгәшеү-өлгәшмәүҙе, кем нимә эшләп өлгөрмәгәнлеген оператив рәүештә күҙәтергә ярҙам итә.


Өсөнсөнән, проект һөҙөмтәһе өсөн, ул кемдең вәкәләтлегендә булыуына ҡарамаҫ­тан, идара итеүҙең барлыҡ кимәлдәре лә – федераль, төбәк һәм муниципаль – берҙәм системаға интеграциялана. Мәҫәлән, мәктәптәге белем биреүҙе алайыҡ. Был муниципаль вәкәләттәргә ҡағылышлы өлкә. Әммә “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә физик культура дәресендә шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыу бурысы федераль министрлыҡтан башлап аныҡ муниципалитеттарға тиклем тейешле килешеүҙәр менән нығытылған.


– Республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй финанслау күләме ҡаралған? Федераль ҡаҙнанан ниндәй сумма йүнәлтеләсәк?

– Төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн киләһе алты йылдағы финанслау күләме 175 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 80 миллиард һумы самаһы – федераль аҡса, 50 миллиард һум тирәһе республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк. Ошо аҡсаның яртыһы халыҡтың тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтеләсәк, 43 процент самаһы – кеше капиталын үҫтереүгә, ә ҡалғаны – иҡтисади проекттарға.


Әлбиттә, “социаль проекттар”ға сығымдар алты йыллыҡта 75 миллиард һум менән генә сикләнә тип уйларға ярамай. Был йылына уртаса 12,5 миллиард һум тигәнде генә аңлата. Шул уҡ ваҡытта республиканың йыйылма ҡаҙнаһының социаль сығымдары 70 проценттан артып китә, йәғни быйыл 180 миллиард һум тәшкил итә. Был саралар, һис шикһеҙ, шулай уҡ милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәт итә.


Билдәләп үтеүемсә, милли проекттар теге йәки был өлкәләге үҙгәрештәрҙең сәбәпсеһе булып тора, уларға дәүләт сәйәсәтенең башҡа сараларын йүнәлтә, шул иҫәптән финансҡа ҡағылышлы булмағандарын да. Барыһын да аҡса менән генә үлсәп булмай бит, ойоштороу, хоҡуҡи һәм башҡа алымдар ҙа бар. Улар ҙа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә.


– Быйыл милли проекттарҙы тор­мошҡа ашырыуҙың ниндәй һөҙөмтәлә­ренә иҫәп тоторға була?

– Ябайлаштырып әйткәндә, “үҙ ҡулың менән тотоп ҡарарлыҡ” миҫалдар бихисап. 21 мәктәпте, 19 балалар баҡсаһын, өс стационар һәм 19 модулле фельдшер-акушер­лыҡ пункттарын, ике балалар поликли­никаһын сафҡа индереү планлаштырыла. 142 йәмәғәт биләмәһен – парктарҙы, сквер­ҙарҙы, ял итеү урындарын төҙөкләндереү күҙаллана. 133 ауыл мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ. Түбәнге Ҡыйғыла, Мөрсәлимдә, Мишкәлә һәм Ҡырғыҙ-Миәкәлә мәҙәни-ял итеү учреждениелары төҙөләсәк йә ремонтланасаҡ.


Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, беҙ йыл башында уҡ Башҡортостан микрокредит компанияһын капиталлаш­тырыу­ҙы ярты миллиард һумғаса арттыр­ғайныҡ. Быйыл 350-нән ашыу бизнес-проект микрофинанс ярҙамы алыр тип көтөлә.


– Һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – юлдар торошо. Ошоға ярашлы милли проекттан нимә көтөргә мөмкин?

– Был – бигерәк тә ҙур капитал һалыуы талап иткән йүнәлештәрҙең береһе. Алдағы алты йылда юл төҙөүгә һәм ремонтлауға 35 миллиард һум самаһы аҡса тотоноу ҡаралған. Быйыл норматив талаптарға ярашлы юлдарҙың дөйөм оҙонлоғон 7,5 мең километрға еткерергә тигән маҡсат бар. Авария хәлендәге 17 сығанаҡты бөтөрөү, ҡағиҙә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фото-видеотеркәү өсөн 430-ҙан ашыу стационар камера ҡуйыу эше алып барыла.


Иҡтисади үҫештең мөһим күрһәткесе булып һанлаштырыу тора. Был йәһәттән ниндәй һөҙөмтәләргә иҫәп тота алабыҙ? Мәҫәлән, беҙ бөтә мөһим инфраструктура һәм социаль объекттарҙы элемтә һәм интернет хеҙмәте менән тәьмин итәсәкбеҙ. Шулай, 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә, юғары тиҙлекле интернетҡа ике меңдән ашыу мәктәп, колледж, лицей, 2050 самаһы фельдшер-акушерлыҡ пункты, 280-гә яҡын биләмә хакимиәте тоташтырыласаҡ.


Дәүләт идараһын һанлаштырыу өлкә­һендә лә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр буласаҡ.


Бигерәк тә һанлы технологиялар базаһында эшләнгән дәүләт продукттарын, хеҙмәттәрен һәм платформа ҡарарҙарын индереүгә айырым иғтибар һәм ярҙам күрһәтеләсәк. Былар – бик күп мәғлүмәт, нейротехнологиялар, яһалма интеллект, блокчейн, сәнәғәт интернеты менән бәйле бик тә өмөтлө, перспективалы йүнәлештәр.


– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүҙең ниндәй төп алымдары тормошҡа ашырыласаҡ?

– Быйыл бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 785 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, уның 72,3 миллион һумы – экспортҡа булышлыҡ итеүгә.


Шулай уҡ, быйылғы пландарға ярашлы, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында “Минең бизнесым” үҙәктәрен асыу күҙаллана. Унда йүнселлекте үҫтереүҙең һәм уға ярҙам итеүҙең барлыҡ институттары тупланасаҡ. Тәүге технопорттар эшләй башлаясаҡ: ваҡ партиялап етештереүҙең бәләкәй майҙан­сыҡтары. Өфөлә “Эшҡыуар йорто”н булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Ул үҙ эсенә йәштәрҙең инновациялы ижады, инжиниринг, коллектив ҡулланыу һәм социаль эшҡы­уарлыҡ үҙәктәрен аласаҡ тигән ниәт бар. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең һаны 415 меңгә етергә тейеш.


Әлбиттә, төрлө субсидиялауҙарҙың, гранттар биреүҙең һәм дәүләт ярҙамының башҡа төрҙәрен күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеге – икенсе мәсьәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың туранан-тура тәьҫире төбәк проекттарының һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт сағылмай. Һис шикһеҙ, был саралар милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға һәм милли, федераль проект күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Әммә бындай ярҙамдың ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе, ғәмәлдә, ябай кешегә күренмәй ҙә. Шуға күрә мәғлүмәти-аңлатыу эшен йәйелдереү, көсәйтеү, милли проекттарҙың ҡәҙимге кешеләр өсөн ниндәй файҙа килтерәсәген ябай һәм аңлайышлы итеп еткереү зарур.


– Республикала йәшәгән халыҡтың күпселеге әлегә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен бик төшөнөп тә бөтмәй. Ошо хаҡта мәғлүмәтте ҡайҙан алырға була?

– Был йәһәттән өҫтөнлөклө мәғлүмәти майҙан булып “Рәсәй киләсәге. Милли проекттар” (“Будущее России. Национальные проекты”) интернет-ресурсы тора. Уның операторы – илдең иң билдәле һәм күптәнге мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе – ИТАР-ТАСС. Шулай уҡ барлыҡ мөһим мәғлүмәт республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында, “Проект офисы” бүлегендә, беҙҙең министрлыҡтар һәм ведомстволар сайттарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә

#национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты, #регпроекты, #нацпроектыБашкортостан хештегтары менән урынлаштырыла.


Дөйөм алғанда, шуны билдәләп үткем килә: 204-се Указдың һәм милли проект­тарҙың маҡсаттары глобаль ҡоласлы, программа-ара һәм проект-ара бик тә тығыҙ бәйләнешле. Мәҫәлән, ярлылыҡ кимәлен түбәнәйтмәй һәм иҡтисади үҫеште булдырмай тороп, бер нисек тә килемде күтәреп булмай. Шуға күрә барлыҡ проекттарҙың да тормошҡа ашырылыуы синхрон рәүештә һәм тулы ҡеүәттә алып барылырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ғүмер оҙонлоғон, тыуым кимәлен арттыра, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшырта, граждандарҙы лайыҡлы эш урындары менән тәьмин итә аласаҡбыҙ.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләп үтеүенсә, милли проекттар – “алға аҙым яһау өсөн тап ошо мөмкинлектәр ул, бөтә илде алға ебәреү мөмкинлеге”.


– Илшат Азамат улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Мөмкинлек менән файҙаланып, һеҙҙе 50 йәшлек олпат юбилейығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, республика һәм Рәсәй мәнфәғәтендә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Читайте нас: