“Дөйөм алғанда, шаҡтай ыңғай юғары күрһәткес – 86 процент тирәһе, – тип белдергән ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков, – Йөкләмәләрҙең 47 процент тирәһе тиҙ арала үтәлә, башҡалары, Президент хакимиәте менән килешеп, оҙайтыла, сөнки ҡайһы бер бурыстарҙы хәл итеү оҙайлыраҡ ваҡыт талап итә”.
Песков Владимир Путиндың ошо йылдар арауығында 17,5 мең йөкләмә биреүен хәбәр иткән. Әммә ул ниндәй төбәктәрҙә ни сәбәпле эштең насар үтәлгәнен әлегә әйтә алмай, сөнки бындай системалаштырыу йәнә ваҡыт талап итә.