Башҡортостанда уҡыусылар араһында мәғлүмәт технологиялары буйынса эштәрҙең “КРИТ-2019” республика конкурсы тамамланды.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында сараны ябыу тантанаһы үтте. Быйыл бәйгенең республика этабында ҡатнашыуға 669 проект тәҡдим ителгәйне. Жюри ҡарарына ярашлы 33 еңеүсе һәм 142 призер билдәләнде.
Конкурсты Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторҙо. Быйыл ул 15-се тапҡыр уҙғарылды. Бәйгелә өс йәш төркөмөндә 11 номинация буйынса I-XI класс уҡыусылары ҡатнаша. Эштәр тематикаһы йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сәләмәт тормошҡа, заманса технологияларҙы өйрәнеүгә, интернет селтәрендә балаларҙың хәүефһеҙ аралашыуына арнала.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: shkola-kuyantae.ucoz.ru