Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйҙы

Дәүләт етәксеһе ябыҡ хәрби ҡаласыҡтарҙан граждандарҙы күсереү үҙенсәлектәрен яйға һалған указға ҡул ҡуйҙы.

Фото: medium.com
Фото: medium.com
Дәүләт етәксеһе ябыҡ хәрби ҡаласыҡтарҙан граждандарҙы күсереү үҙенсәлектәрен яйға һалған указға ҡул ҡуйҙы.


Был документ мөрәжәғәт итеүсегә бүленәсәк торлаҡ майҙанының нормаларын билдәләй. Ул бер граждан өсөн – 33, ике кешелек ғаиләгә – 42 квадрат метр тәшкил итәсәк. Әгәр ғаилә өс һәм унан күберәк кешенән тора икән, уларҙың һәр береһенә 18-әр квадрат метр тейешле.


Документта билдәләнеүенсә, яңы нормалар хәрби хеҙмәттән китеп, ғаиләһе менән башҡа урынға күсергә теләгән, хәрби ҡаласыҡта милке булған граждандарға ҡағыла. Уларға яңы йәшәү урыны түләп файҙаланыу килешеүе буйынса йәки сират тәртибендә түләүһеҙ милек итеп бирелә.


"Хәрби хеҙмәттәгеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү мөһим. Был тәү сиратта йәшәү шарттарына ҡағыла", – тигәйне үҙ сығышында Владимир Путин. Яңы документ был маҡсаттың бер өлөшө булып тора.


Указ быйыл 1 сентябрҙә үҙ көсөнә инә.

Читайте нас: