Бөтә яңылыҡтар

Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора

Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла, әммә был хаҡта барыһы ла белеп етмәй.

Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла, әммә был хаҡта барыһы ла белеп етмәй.


Ул — консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡоролмаһы. “Крона” тип аталған бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлаясаҡ.


Һуңғы осорҙа ғына Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәр ярҙамында 80 кешенең, шул иҫәптән 45 баланың ғүмере ҡотҡарылған.


Уны бушлай алырға ла мөмкин. Былтырҙан алып ташламалы программа буйынса 50 мең тораҡ йортта янғын иҫкәрткестәр ҡуйылған. Башҡортостанда был ҡулайламаны бушлай ҡуйҙырыуға түбәндәге граждандар хоҡуҡлы:

* аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;

* бала тәрбиәләгән һәм социаль йәһәттән хәүефле торошта һаналған ғаиләләр;

* сабыйҙары тыуған ғаиләләр. Әйт­кән­дәй, быйыл апрелдән янғын иҫкәрт­кесен, сабыйға тәғәйен бүләк йыйыл­маһына ҡушып, бала табыу йортонда бирә башлаясаҡтар.


Уны өс төрлө юл менән алырға мөмкин:

* түбәндәге телефондар буйынса телдән ғариза ҡалдырырға: (347) 298-11-47 йәки 8 (903) 31-11-147;

* ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында ғариза ҡалдырырға: gkchs.bashkortostan.ru;

* яҡындағы ЗАГС бүлегенә барып ғариза яҙырға.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ҡуйыуға бәйле мут­лыҡ осраҡтары теркәлә башланы. Үҙҙә­рен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, йорттоң һәр ун квадрат метрына бер янғын иҫкәрткесе һатып алырға мәжбүр итеп, бынан тыш, уны ҡуйыу өсөн өҫтәмә хаҡ һорап йөрөүселәр ҙә бар.


Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары 31 йәшлек Ауырғазы районы һәм 19 йәшлек ике баш ҡала граждандарын мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләп, енәйәт эше асты. Улар үҙҙәрен Газ компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, оло кеше­ләрҙе алдап, ҡиммәт хаҡҡа янғын иҫкәрткестәре ҡуя.


– Тәфтиш асыҡлауынса, ғәйеплә­неүселәр тәүҙә ысынлап та ҡулай­ламаларҙы урынлаштырыусы ойошмала хеҙмәт итә. Эштән китеп, еңел аҡса табыу маҡсатында, мутлыҡ менән шөғөл­ләнә башлайҙар, – ти Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш төркөмө хеҙмәткәре Анна Солнцева.


Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт махсус формала йөрөй, мотлаҡ рәүештә танытмаһын күрһәтә һәм ҡулай­лама ҡуйырға тәҡдим итә генә ала.


Ташламалы программа менән ҡул­лана алмаған граждандар иҫкәрт­кесте үҙҙәре һатып алырға уйлаһа, ул артыҡ ҡиммәт тә түгел. Берәүһенең хаҡы — яҡын­са 220 һум тирәһе. Уны махсус­лашҡан сауҙа нөктәләренән генә һатып алырға кәңәш ителә (ғәҙәттә, улар янғын частары янында урынлаша). Серти­фи­кацияланған һәм тикшерелгән ҡулай­ла­маларҙан тыш, уларҙың арзан аналогтары ла һатыла, әммә уларҙың сифатын бер кем дә һынап ҡарамаған.


Яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге янда ҡалған йөҙ һумдан ҡиммәтерәк булыуы бәхәсһеҙ.
Читайте нас: