Быйыл 8 сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡ. Йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһына әҙерлек күптән башланды - БР Үҙәк һайлау комиссияһының һайлауға ҡағылышлы өс тиҫтәнән ашыу ҡарары раҫланды, сәйәси партиялар республика Башлығы вазифаһына үҙ кандидаттарын тәҡдим итә башланы, ошо көндәрҙә генә территориаль һайлау комиссиялары ағзалары өсөн уҡыуҙар старт алды һәм башҡалар.
Ә шулай ҙа быйыл һайлаусылар өсөн ниндәй яңылыҡтар бар? Ҡануниәттә үҙгәрештәр күпме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов, Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова яуап бирҙе.
Тәүге яңылыҡ – һайлау участкаларының эше ике сәғәткә оҙайтылды. Законға ярашлы, улар 8 сентябрҙә иртәнге 7-нән киске 9-ға ҡәҙәр эшләйәсәк.
–Был яңылыҡ тәү сиратта һайлаусыларҙың мәнфәғәтенән сығып индерелде. Тәжрибә лә бар. Яңыраҡ муниципалитеттар кимәлендә уҙғарылған һайлауҙарҙан күренеүенсә, һайлаусыларҙың дүрт проценты ошо өҫтәмә ваҡытта тауыш биргән. Был насар күрһәткес түгел. Ә эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым, - тине Илона Анатольевна.
Бынан тыш, һайлауҙа тәүге тапҡыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың йәмәғәт палаталары күҙәтеүселәре эшләйәсәк. Уларҙың нисәү булыуы, ҡайһы яҡтарҙан килеүе, ниндәй һайлау участкаларында эшләүе кандидаттарға бәйле, тине Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары.
Ә бына студенттарға килгәндә, улар өсөн күп кенә ҡағыҙ мәшәҡәттәре артта ҡалмаҡсы. Быйылдан “Мобиль һайлаусы” технологияһы ярҙамында ғына тауыш бирәсәктәр. Әйткәндәй, был былтыр Рәсәй Президенты һайлауында индерелгән яңылыҡ һәм ул ҙур ихтыяж менән файҙалана, сөнки һәр кеше лә теркәлгән ерендә йәшәмәй. Эш буйынса командировкала, йә ялда булыусылар күп. Ҡыҫҡаһы, 8 сентябрҙә студенттарға үҙе теләгән кандидат өсөн тауыш бирер өсөн паспорт ҡына кәрәк. Биш минут эсендә кәрәкле процедура башҡарыла, элекке кеүек һайлау хоҡуғы биргән танытма юллап йөрөйһө түгел.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошо уҡ технология буйынса һанлы һайлау участкалары проекты ла үҙ эшен башлай. Әлеге тәжрибәлә илдең дүрт субъекты ғына ҡатнаша, шул иҫәптән – Башҡортостан. Яңылыҡ башлыса һайлау көнөндә республиканан ситтә, атап әйткәндә, Мәскәүҙә булғандарға ҡағыла. Берҙәм тауыш биреү көнөндә илебеҙҙең баш ҡалаһында 30 һанлы һайлау участкаһы эшләйәсәк.