Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Июнь 2019, 17:52

Иң мөһиме – халыҡтың хәүефһеҙлеген хәстәрләү

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова менән осрашты.

Фото: glavarb.ru

Һөйләшеүҙә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә берҙәм эшмәкәрлек алып барыу, санитар һәм эпидемиологик күҙәтеү тармағында, балаларҙы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы мәлендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә 9-14 июлдә үтәсәк Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына әҙерлек тураһында һүҙ булды.
“Сара барлыҡ гигиена һәм санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирергә тейеш, ярышта ҡатнашыусыларҙы сифатлы, хәүефһеҙ туҡландырыу менән тәьмин итеү мөһим”, – тине Анна Попова.
Осрашыуҙа “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Билдәле булыуынса, ул “Демография” милли проектына инә.
Читайте нас: