Республикала Йәштәр хөкүмәте булдырыла.
Проектты Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тәҡдим итте, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хупланы, тип хәбәр иттеләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Күҙалланыуынса, был хөкүмәттең үҙ рәйесе, уның урынбаҫарҙары, министрҙары (ике йылға һайланалар) буласаҡ. Һайлап алыу конкурсы ике этапта үтә. Мотлаҡ шарт: кандидат дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә тормаҫҡа, 18 – 30 йәштә булырға тейеш. Заявкалар республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында 10 июндән ҡабул ителә башлай.
“Хөкүмәт йәштәр өсөн ысын социаль “лифт” буласаҡ. Беренсе составҡа 19 кеше алына. Йәштәребеҙ үҙҙәрен һәм проекттарын лайыҡлы күрһәтеп, уңышҡа өлгәшер, уларға артабан дәүләт органдарында эш тәҡдим итерҙәр тип ышанам”, – ти Башҡортостан Йәштәр хөкүмәтенә башланғыс һалыусы, Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең республикалағы эксперт советы секретары Гөлнара Хәмиева.