Һуңғы ваҡытта республикала башҡорт теленә ҡарата иғтибарҙың бермә-бер артыуы ҡыуандыра. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышының тәүге тапҡыр башҡортса үтеүе, республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы ойошторолоуы, башҡорт телендә диктант яҙыуҙың быйылдан халыҡ-ара кимәлгә сығыуы – туған телебеҙҙең мәртәбәһен генә түгел, уның аралашыу даирәһен дә арттырҙы. Матур башланғыстың дауамлы булыуы бигерәк тә һөйөндөрә.
Район һәм ҡалаларҙа йыйылыштарҙың башҡортса ойошторолоуы ла матур күренешкә әйләнә бара. Мәҫәлән, яңыраҡ Йылайыр район советы депутаттары ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте.
Муниципаль район советының 4-се саҡырылыш ултырышы эшендә, депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Сараны район советы рәйесе урынбаҫары Зөфәр Бүләков алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә — Ҡәнзәфәр ауыл советы ауыл биләмәһе милкенә Сәләх ауылындағы, Мортаев урамы, 38 адресы буйынса урынлашҡан йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бинаны (мәктәп) бушлай тапшырыу.
Депутаттар, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Йылайыр районы буйынса мөлкәткә идара итеү комитеты рәйесе Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы Хәйруллинаның сығышын тыңлағандан һуң, был мәсьәлә буйынса бер тауыштан ыңғай ҡарар ҡабул итте.
Йылайыр районы территорияһында һанлы телевидениеға күсеү эштәре тураһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов бәйән итте.
– 2019 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһында уникаль проект – һанлы телевидениеға күсеү тормошҡа ашырыла башланы. Хәҙер республикала йәшәүселәр бушлай 20 телевизион канал ҡарай ала, – тине Марс Салауат улы.
Әéòêәíäәé, Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәре лә һанлы телевидениеға 3 июнгә тиклем күсергә тейеш ине. Әммә техник сәбәптәр арҡаһында дата оҙайтылды. Башҡортостан Республикаһы өсөн һанлы телевидениеға күсеүҙең һуңғы көнө – 2019 йылдың 14 октябре.
Марс Солтанов әйтеүенсә, Йылайыр районы ҡыҙыл зона категорияһына ҡарай. Урын рельефына бәйле бында һанлы телевидение сигналы насар тота. Шуға ла биләмәлә айырым эштәр алып барыла. Бынан тыш төбәктә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда теркәлгән һәм һанлы телевизион сигнал ҡабул итмәгән биләмәлә йәшәгән айырым категория граждандары дәүләт ярҙамын алыу хоҡуғына эйә. Әëåãå êөíäә 325 ғàðèçà ҡàáóë èòåëãәí. Øóëàðҙûң 209-û – õàҡëû ÿëäàғûëàðҙàí.
– Бөгөнгө көндә район территорияһында “Спутник телеком” акционерҙар йәмғиәте тарафынан 207 өйгә спутник ҡорамалдары ҡуйылған, был – 63,69 процент. Аҙ тәьмин ителгәндәр менән эш дауам итә, – тине үҙ сығышында Марс Салауат улы.
Йылайыр районында сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалаған саралар йыш үтә. Район үҙәгендә яңы асылған “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында әленән-әле спорт ярыштары óҙғàðûëûï тора. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Фәрит Әбделмәнов “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын районда этаплы индереү тураһында сығыш яһаны.
Әëåãå êөíäә ГТО белгестәренең квалификацияһын арттырыу буйынса 15 кеше уҡып ҡайтҡан.
Áûéûë берҙәм календарь планға ярашлы, ГТО комплексы нормативтарын баһалау буйынса 18 муниципаль, шул иҫәптән “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Матрай, Йомағужа, Һабыр ауылы мәктәптәрендә, Юлдыбай ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 14 сара үткәрелгән. Йылайырҙар “Рәсәй саңғы юлы”, “Милләттәр кросы” спартакиадаларында әүҙем ҡатнашҡан.
– 2018 йылда ГТО системаһында райондың 650 кешеһе теркәлде. 133 кеше ГТО комплексын тормошҡа ашырыу буйынса сараларҙа ҡатнашты, шуларҙан 98 кеше айырымлыҡ билдәләре, шул иҫәптән 16 кеше – алтын, 51 кеше – көмөш, 31 кеше бронза билдәһе алды – тине Фәрит Әбделмәнов.
Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, ГТО тапшырыу өсөн районда спорт ҡоролмалары етешмәй, атап әйткәндә, снарядтарҙың етерлек кимәлдә булмауы, пневматик винтовкалар менән дә тейешенсә тәьмин ителмәү сәбәпле, ҡайһы бер осраҡта ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әйткәндәй, район республикалағы 65 үҙәк араһында 41-се урынды биләй. Һәр хәлдә, йылайырҙарға был һанды күпкә юғарыраҡ күтәрергә мөмкинлектәре ҙур. Шуға күрә Йылайыр район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы сығыштарға ҡарата үҙ ҡарашын еткерҙе, проблемаларҙан сығыу юлын барланы һәм, ярҙам итәсәген белдереп, йомғаҡ яһаны.
Бер һүҙ менән әйткәндә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр үткән район советы депутаттарының сессияһы “саф башҡортса, үҙебеҙсә” үтеүендә бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылманы. Йылайыр районында күп милләтле халыҡ йәшәүен иҫәпкә алғанда, барыһы ла ике дәүләт телен дә яҡшы белә тип әйтеп булмай. Шулай ҙа бер кемдән дә ҡәнәғәтһеҙлек һиҙелмәне, киреһенсә, бындай сараларҙың күберәк үткәрелеүе хаҡында тәҡдимдәр булды.
Илгиз Фәтҡуллин артабан да сараларҙы башҡорт телендә үткәреү кәрәклеген билдәләне һәм сығыштарҙы рус теленә тәржемә итеп, башҡа милләт вәкилдәре өсөн синхрон тәржемә ойоштороу хаҡында уйларға ҡушты. Ҡыҫҡаһы, Йылайыр ерендә тәүге тапҡыр башҡорт телендә үткән район советы сессияһы беренсеһе һәм һуңғыһы булмаясаҡ. Тәжрибә бар, уны тик нығытырға һәм дауам итергә генә ҡала. Йылайырҙарҙың өлгөһөнә башҡа район депутаттары ла эйәрер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.