Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Июнь 2019, 14:10
Владимир Путин Денис Мантуров менән осрашты
Рәсәй Президенты илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты. Һөйләшеүҙә махсус инвестиция контракттары механизмын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты. Һөйләшеүҙә махсус инвестиция контракттары механизмын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
“Беҙ инвесторҙар менән даими осрашып һөйләшеп торабыҙ һәм һәр ваҡыт махсус инвестконтракт мәсьәләһе буйынса фекер алышабыҙ. Беҙҙә был тема үҫештә, уны ҡарап үтәйек”, – тине Владимир Путин.
Денис Мантуров һүҙҙәренсә, был йүнәлеш буйынса эш башлауға инде өс йыл, тимәк, ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкин.
“Ошо ваҡыт эсендә дөйөм суммаһы 1 триллион һумлыҡ ҡырҡ махсус инвестиция контракты төҙөлдө. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу нигеҙендә сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында 20 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Тәү сиратта – автосәнәғәт, фармацевтика, энергетика, химия һ.б. өлкәләрҙә”, – тине министр.
Махсус инвестиция контракттарынан тыш, инвестициялар өсөн өҫтәмә дәртләндереү Сәнәғәтте үҫтереү фонды программаһын киңәйтеү иҫәбенә тәьмин ителә. Был программа Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса дүрт йыл элек булдырылған. Ошо ваҡыт арауығында 500-ҙән ашыу проект хупланған.
#ВладимирПутин
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.