Башҡортостан
+24 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Июнь 2019, 22:30

Владимир Путин дәүләт наградалары тапшырҙы

Рәсәй көнөндә, йылдағыса, ил етәксеһе һөнәр алдынғыларына дәүләт премиялары тапшырҙы, тантаналы ҡабул итеү үткәрҙе.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй көнөндә, йылдағыса, ил етәксеһе һөнәр алдынғыларына дәүләт премиялары тапшырҙы, тантаналы ҡабул итеү үткәрҙе.


Ғәҙәттәгесә, был әһәмиәтле байрамда фән һәм технология, әҙәбиәт, сәнғәт, гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәт кешеләре дәүләт премияларына лайыҡ була.


Быйыл МДУ һәм Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары Валерий Митрофанов, Владислав Пустовойт, Ефим Хазанов гравитация тулҡындарын тикшереүҙәре өсөн наградланды. Виталий Наумкин – көнсығышты өйрәнеүгә, Владимир Порханов, Владимир Паршин, Владимир Харченко медицина үҫешенә тос өлөш индергәне айҡанлы бүләкләнде. Дәүләт премияларына шулай уҡ пианист Николай Луганский, яҙыусы Павел Басинский, Кенозерск милли паркы директоры Елена Шатковская, композитор Родион Щедрин лайыҡ булды.


“Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватан яҙмышына битараф булмау, үҙ һөнәрегеҙгә тоғролоҡ бәйләй. Ошо сифаттарығыҙ менән йәштәргә ҙур өлгө күрһәтәһегеҙ. Ҙур рәхмәт!” – тине тәбрикләү сығышында Владимир Путин.

Читайте нас в