Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Июнь 2019, 16:35

Владимир Путин Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында

Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре ултырышы булды.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре ултырышы булды.


Саммитта ҡатнашыусылар ойошма эсендә үҙ-ара бәйләнештең әлеге торошо һәм киләсәктә уны нығытыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты. Атап әйткәндә, хәүефһеҙлек, экстремизмға, террорсылыҡҡа, наркотрафикка ҡаршы эшмәкәрлекте көсәйтеү, иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтарын үҫтереү, гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.


Бынан тыш, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре лидерҙары Афғанстандағы һәм Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу юлдары хаҡында фекер алышты.


Аҙаҡ ултырыш киң форматта – күҙәтеүсе илдәр (Афғанстан, Белорусия, Иран, Монголия) етәкселәре, шулай уҡ бер нисә халыҡ-ара ойошманың (араларында БМО, БДБ, Евразэс бар) юғары вәкилдәре ҡатнашлығында дауам итте.


Саммиттың төп һығымта документы – Бишкәк декларацияһы ҡабул ителде.

Читайте нас: