Башҡортостан
-8 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июнь 2019, 12:42
Башлыҡ вазифаһына тағы бер дәғүәсе
Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүәселәр һаны арта. Сираттағы кандидатты “Яблоко” партияһы тәҡдим итте. Ул хоҡуҡ яҡлаусы һәм юрист Зөлфиә Ғайсина.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына дәғүәселәр һаны арта. Сираттағы кандидатты “Яблоко” партияһы тәҡдим итте. Ул хоҡуҡ яҡлаусы һәм юрист Зөлфиә Ғайсина.
Партияның Башҡортостан бүлексәһе лидеры Альберт Хөсәйенов хәбәр итеүенсә, был ҡарар партияның сираттан тыш конференцияһында ҡабул ителгән. Йәшерен тауыш биреүҙә ҡатнашҡан 21 делегаттың 16-һы уны һайлаған.
– Беҙҙең яҡтан бар нормалар ҙа теүәл үтәлде. Зөлфиә Ғайсина – беҙҙең кеше һәм беҙ үҙебеҙҙең кандидат менән ғорурланабыҙ. Ул йәш, аҡыллы, энергиялы, юғары әхлаҡ талаптарына яуап бирә. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар артында – Рәсәй киләсәге, – тине ул.
39 йәшлек Зөлфиә Ғайсина Башҡортостанда алданған өлөшсөләр хоҡуғын яҡлаусы булараҡ билдәле.
Фото: “Башинформ” МА
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.