Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Июнь 2019, 20:51
Юрий Коковтың һүҙҙәре уйға һалды...
Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көйләгән яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуында дәүләттәрҙең милли хәүефһеҙлеген һәм тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса, ғәҙәттән тыш гуманитар сара күреү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте һәм стратегик тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу мәнфәғәтендә үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды.

Хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса сығыш яһаған Рәсәй Именлек хеҙмәте секретарының урынбаҫары Юрий Коковтың һүҙҙәре айырыуса уйға һалды.
– Мәғлүмәт-коммуникация технологияларының етеҙ үҫеше террорсыларға структураны боҙоуға йүнәлтелгән идеологияларын таратыу, үҙҙәренең сафтарына йәлеп итеү, хакер атакаларын бойомға ашырыу һәм башҡа кибер енәйәттәрҙең географияһын киңәйтеүгә булышлыҡ итә, – тип белдерҙе ул.
Уның һүҙҙәренсә, террорсылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана башлаған. Бынан тыш, Бөтә донъя селтәре аша координаторҙары массалы тәртипһеҙлектәр һәм ҡыйратыуҙар ойоштора. Коковтың фекеренсә, интернет террорсылар өсөн таралған көстәр һәм саралар финанстар менән идара итеүҙең төп ҡоралына әйләнгән.
Ысынлап та, интернет бер яҡтан уңайлыҡтар тыуҙырһа, икенсе яҡтан насар уйлы әҙәмдәр уны яуыз ниәттәрендә файҙалана. Шуға ла беҙ ошо насар йоғонтоларға тиҙ бирешеп барған үҫмерҙәргә, йәштәргә иғтибарлы булырға тейешбеҙ.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.