Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 02:56

Гибрид хәүеф кемгә янай?

Хәүефлек өсөн яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуында ҡанашыусылар ошо мәсьәләгә лә туҡталды.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Хәүефлек өсөн яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуында ҡанашыусылар ошо мәсьәләгә лә туҡталды.
Гибрид хәүеф – “төҫлө революциялар”, иҡтисад санкциялары сәйәсәте, геосәйәси дәғүәселәргә ҡаршы кибер һөжүм, тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыу, нацизм һәм фашизм идеяларын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйыу.


Осрашыуҙа ошондай хәүеф таралыуы шарттарында милли именлекте, тотороҡлолоҡто, социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр ентекле тикшерелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы гибрид һуғыш алымдарының бер юлы бер нисә дәүләткә ҡаршы алып барылыуы борсой. Киҙеү һәм йоғошло ауырыуҙарҙы таратыуға тырышыу осраҡтары ла илдәрҙең милли хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Гибрид агрессия айырым дәүләттәргә генә янай тип фекерләү хаталы. Уның тамырҙары тәрәнгә китеп, халыҡ-ара именлек системаһын ҡаҡшатыуға килтерә, эске сәйәси тотороҡлолоҡто юҡҡа сығара, иҡтисадтың үҫешенә ҡамасаулай, донъяла яңы көсөргәнеш усаҡтары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
“Был хәүефте туҡтатыу өсөн дәүләттәрҙең бер-береһе менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Рәсәй делегацияһы башҡа илдәргә ярҙам күрһәтеү, халыҡ-ара гуманитар сараларҙа ҡатнашҡан милли һәм төбәк көрсөк үҙәктәрен берҙәм донъя селтәренә туплау мөһимлеген белдерҙе”, – тине Рәсәйҙең Именлек хеҙмәте секретары Николай Патрушев.
Читайте нас: