Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 22:50

Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзаларын йыйҙы

Ил етәксеһе Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Ил етәксеһе Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе.


Һөйләшеүҙә асылда һүҙ Фарсы ҡултығындағы хәл тураһында булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ундағы көсөргәнешкә бәйле борсолоу белдерҙе һәм, уйланмаған аҙымдарҙың төбәктәге, донъялағы тотороҡлолоҡ өсөн төҙәтеп булмаҫтай эҙемтәгә килтереү ихтималлығын билдәләп, тейешле илдәрҙе тыныслыҡ һаҡларға саҡырҙы.


Кәңәшмәлә шулай уҡ Грузиялағы хәл-торош та ҡаралды.


Сарала Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, Президент Хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Хәүефһеҙлек Советы секретары Николай Патрушев, эске эштәр министры Владимир Колокольцев, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Сергей Шойгу, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры Александр Бортников һ.б. ҡатнашты.

Читайте нас: