Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 13:55

ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ

“Атайымдың бер туған һеңлеһе фатирына ва­сыят­намәне миңә яҙҙырҙы. Әле үҙе иҫән. Уның ире, балалары юҡ. Шуға аҙаҡ кү­сем­һеҙ милеккә дәғүә­ләшеп йөрөр кеше булмаҫ, тип уйлайым. Әммә күңелдә ниндәйҙер шик бар...

Донъя хәлен белеп булмай


“Атайымдың бер туған һеңлеһе фатирына ва­сыят­намәне миңә яҙҙырҙы. Әле үҙе иҫән. Уның ире, балалары юҡ. Шуға аҙаҡ кү­сем­һеҙ милеккә дәғүә­ләшеп йөрөр кеше булмаҫ, тип уйлайым. Әммә күңелдә ниндәйҙер шик бар...

З. ИЛЬЯСОВА.

Өфө ҡалаһы”.


– Илебеҙҙә үҙе иҫән саҡта васыятнамә яҙҙырып ҡалды­рыусылар һирәк, сөнки үҙенең вафатынан һуң нимә булырын артыҡ уйлап бармайҙар. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, был документтың апайығыҙҙың иҫән-һау сағында яҙылып ҡуйыуы, әлбиттә, яҡшы. Ә закондарға күҙ һалһаҡ, фатир хужаһы яҡты донъя менән хушлашҡан осраҡта ярты йыл эсендә мираҫты ҡабул итеү өсөн нотариаль контораға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда ғариза яҙырға тейеш булаһығыҙ.



“Баламды яратманы...”


“Ирем менән айырылыш­ҡан­быҙ. Быға ҡәйнәм дә ғә­йепле тип уйлайым: ул ми­не һәм баламды яратманы. Улы ла әсәһенең һүҙенән сыҡманы. Хәҙер ошо ҡатын өләсәй икәнлеген хәтеренә төшөргән. Әммә уны күр­гем дә килмәй, баланы ла уның менән аралаш­ты­рырға теләмәйем. Был мөмкинме икән?

Зөлхизә”.


– Зөлхизә, өләсәй кешенең бала менән аралашыу хоҡуғы закон нигеҙендә яҡлана. Был хаҡта Рәсәй Ғаилә кодексының 67-се статьяһында әйтелгән. Унда баланың атаһының йәки әсәһенең яҡын туғандарына – өләсәһенә, олатаһына, ағай-апайҙарына – кескәй бала менән аралашыу хоҡуғы бирелеүе хаҡында белдерелә. Әгәр был талап үтәлмәһә, улар опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итә ала. Был осраҡта ла бала менән аралашыуҙан тыйһағыҙ, судҡа ғариза яҙыу хоҡуғына эйәләр. Ә суд бала хоҡуҡтарына һәм уның фекеренә таянып ҡарар сығарасаҡ.

Был ҡарар талаптарын да һанға һуҡмаһағыҙ, админис­тратив хоҡуҡ боҙоуҙар йәки башҡарыу производствоһы закондарына ярашлы сара ҡабул ителәсәк. Һорауығыҙҙа ҡәйнә­геҙҙе балағыҙ менән аралаш­тырырға теләмәүегеҙ хаҡында ғына яҙғанһығыҙ. Әгәр һүҙ өләсәйҙең кескәйгә насар тәьҫир итеүе, йәберләүе хаҡында барһа, судта был хаҡта дәлилдәр килтереп, аралаштырмау тураһындағы ҡарарға өмөт итә алыр инегеҙ.


Мотлаҡ түгел


“Фамилия алмаштыр­ған­дан һуң шоферлыҡ таныт­маһын да, ошо сәбәпле, мотлаҡ яңыртырғамы икән?


Р. ХӘЙБУЛЛИНА.


Салауат ҡалаһы”.


– Әгәр һеҙ кейәүгә сығып йә, киреһенсә, айырылышып, фамилияны алмаштырһағыҙ, шоферлыҡ танытмаһын мот­лаҡ үҙгәртеү кәрәкмәй. Дубликат әҙерләү йәки законлы никахҡа инеү тураһындағы танытманың күсермәһе лә етә. Әммә нотариустан ышаныс ҡағыҙы талап ителә. Әгәр юл-патруль хеҙмәткәре ошо документтар ҡулығыҙҙа саҡта һеҙҙе туҡтатһа, ебәрергә тейеш, сөнки закон шулай талап итә.
Читайте нас: