Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июнь 2019, 04:30

Эсмәһәң, байрам тағы ла ҡыҙығыраҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡайһы бер байрамдарҙа иҫерткес эсемлек һатыуҙы тыйыуҙың һөҙөмтәһен тикшерҙеләр.

Фото “Башинформ” сайтынан.
Фото “Башинформ” сайтынан.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡайһы бер байрамдарҙа иҫерткес эсемлек һатыуҙы тыйыуҙың һөҙөмтәһен тикшерҙеләр.
Был сикләүҙе хоҡуҡи тормошҡа ашырыу өсөн республика парламенты “Башҡортостан Республикаһында Этил спиртын, алкоголле һәм спиртлы продукцияны етештереү һәм әйләнешкә индереү өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр ҙә индергәйне.
Ҡанунға ярашлы, Белем көнөндә, Һуңғы ҡыңғырауҙа, һабантуй көндәрендә, Йәштәр көнөндә алкоголь һатыу тыйылған. Депутаттар раҫлауынса, ошо тыйыу байрам кәйефенә бер нисек тә йоғонто яһай алмаған.
Өфөлә, мәҫәлән, Ҡала көнө, “Евразия йөрәге” фестивале уҙғарғанда ла тантана урындарында спиртлы эсемлек һатылманы, ләкин байрамдар гөрләп үтте.
Читайте нас: