"Республика Башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү тамамланманымы? Һайлауҙа ҡатнашырға теләгән кандидаттың хоҡуҡтары менән таныштырһағыҙ ине”.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина ДОЛМАТОВА:
– Кандидатты теркәү – һайлау барышының бер процесы. Ул һайлау комиссияһының кандидаттың статусын рәсми раҫлауҙы үҙ эсенә ала, шулай уҡ ул бюллетенгә индереү ѳсѳн мотлаҡ шарт булып тора. Һайлау комиссияһы кандидатты теркәгәндән һуң был ҡарарҙы үҙаллы ғәмәлдән сығара алмай, дәлилдәр килтереп, судҡа мѳрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә. Кандидат иһә теркәлгәндән һуң үҙенең эшмәкәрлеген башлай ала. Мәҫәлән, ул теләге буйынса эшенән ял алыу хоҡуғына эйә. Был иһә уға һайлаусылар менән осрашыу, ошо эшмәкәрлеккә бәйле башҡа саралар алып барыуға форсат бирә. Бынан тыш, һайлау барышында эш биреүсе кандидатты эшенән бушата йәки икенсе эшкә күсерә алмай. Прокурор рѳхсәтенән тыш уны ҡулға алыу, енәйәт яуаплылығына йәки административ язаға тарттырыу тыйыла.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа теркәлеүгә түбәндәге документтар талап ителә:
• муниципаль берәмектәрҙәге вәкиллекле орган депутаттарының ҡултамғалары һәм хуплау ҡағыҙҙары;
• кандидатты хуплау ҡағыҙына ҡул ҡуйғандарҙың исемлеге;
• кандидат тураһында алдан бирелгән мәғлүмәттәрҙәге үҙгәрештәр хаҡында белешмә;
• кандидаттың беренсе финанс отчеты;
• кандидаттың сит ил банктарында иҫәбе (йыйымы) булмауы, аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәре һаҡланмауы, сит ил финанстары менән файҙаланмауы тураһында яҙма белдереү.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа теркәлеү ѳсѳн документтар 1 июлдән ҡабул ителә башланы һәм 11 июлдә, урындағы ваҡыт буйынса 18 сәғәттә тамамлана. Ун кѳн эсендә уларҙың дөрөҫлөгө тикшерелә. Ялған мәғлүмәттәр асыҡланғанда, улар хаҡында киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителәсәк.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы 20 июлдән дә һуңға ҡалмайынса, тикшереү һѳҙѳмтәләренән сығып, кандидатты теркәү йәки теркәүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һәр теркәлгән кандидатҡа теркәү тураһындағы танытма тапшырыла.