Рәсми сәфәр барышында Рәсәй башлығы Италия президенты Серджо Маттарелла һәм ундағы Министрҙар советы рәйесе Джузеппе Конте менән осрашты.
Лидерҙар Рәсәй менән Италия араһында сәйәси, сауҙа-иҡтисади, мәҙәни-гуманитар йәһәттән хеҙмәттәшлектең төп мәсьәләләре, шулай уҡ халыҡ-ара һәм төбәктәге көнүҙәк темалар буйынса фекер алышты.
Рәсәй Президенты Ватиканда булды, Рим Папаһы менән осрашты.