Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Июль 2019, 01:32

Республика парламенты – беренсе

Быйыл тәүге алты ай һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға индергән закон проекттары һәм уларҙың федераль закон статусын алыу иҫәбе буйынса ил төбәктәре парламенттары араһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы беренсе урынға сыҡҡан.

Фото: mcx.ru

Дөйөм алғанда, 2016 йылдың сентябренән бөгөнгәсә беҙҙең депутаттар тәҡдим иткән 11 закон ҡабул ителгән. Әлеге ваҡытта тағы ла 10 закон проекты Рәсәй Дәүләт Думаһында ҡарала, шулай уҡ тағы ла дүрт документ закон сығарыусылар Советында экспертиза үтә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Дәүләт Думаһына ҡарауға индергән закон проекттары буйынса республика парламентарийҙары алдынғылар рәтен биләп, дүртенсе урында тора.
Читайте нас: