Башҡортостан
+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
РУС
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Июль 2019, 13:13
Юрист кәңәштәре (12.07.2019)
Халыҡтан килгән төрлө һорауҙарға яуаптар.
Һәр кемгә өлөш бүлергә онотмағыҙ
“Бәлиғ булмаған ҡыҙым һәм улым менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Күсемһеҙ милек – атай-әсәйем исемендә. Ошо фатирҙы һатып, әсәлек капиталын файҙаланып, ҙурыраҡ, иркенерәк йорт алырға ине. Әммә был осраҡта әсәлек капиталын файҙаланырға яраймы? Өҫтәүенә йортто балаларыма рәсмиләштереү тигән хыялым тормошҡа ашырмы? Ә балаларымдың атаһы менән күптән айырылышҡанбыҙ. Ул беҙҙән айырым йәшәй.
Зөлфиә.
Салауат ҡалаһы”.
– Законға ярашлы, әсәлек капиталы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Был аҡсаға күсемһеҙ милек алғас, унда һәр кемдең, шул иҫәптән балаларҙың да өлөшөн бүлеп бирергә онотмағыҙ. Яңы өйҙө ҡыҙығыҙ менән улығыҙға яҙҙыра алаһығыҙ.
Барыһына ла түгел
“Өфөлә торлаҡ мәсьәләһе менән ниндәй адвокатҡа бушлай барырға мөмкин? Улар түләүһеҙ ярҙам итергә тейеш тип ишеттем.
З. СИБӘҒӘТОВ”.
– Кем һеҙгә был хаҡта әйтте икән? Бөтөнләй дөрөҫ түгел. Енәйәт эше буйынса ғәйепләнгәндәргә генә бушлай адвокат ярҙамы күрһәтелә.
Уйлап ҡул ҡуй
“Шәхси эшҡыуар магазинында аҙыҡ-түлек менән сауҙа итәм. Ярты йылдан ашыу ревизияның булғаны юҡ ине. Әммә күптән түгел ҙур ғына күләмдәге аҡсаның етешмәүе асыҡланды. Бер үҙем генә эшләйем. Шуға был хәлдең килеп сығыуын бер нисек тә аңламайым. Былай ҙа ғаилә сәбәптәре буйынса эштән китергә уйлай инем. Хәҙер ошо юҡҡа сыҡҡан сумманы ҡапларға тейешменме?
Зилдә.
Иглин районы”.
– Әгәр матди яуаплылыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйһағыҙ, был зыянды ҡапларға тейешһегеҙ, шуға ниндәйҙер документҡа имза ҡуйыр алдынан уны ныҡлап уҡып сығырға кәрәк.
Ваҡытында өлгөрөгөҙ
“Күптән түгел салонда еңел машина һатып алдыҡ, әммә уның сифатлы булмауы асыҡланды. Автомобилде алмаштыра алабыҙмы?
Р. МӨЬМИНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы”.
– Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы законға ярашлы, машинаны ҡулға алған (һатылған түгел!) ваҡыттан һуң ун дүрт көн эсендә алмаштырырға йә аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин. Әгәр был ваҡыт үткән икән, машинаның етешһеҙлектәре гарантия ваҡытында бөтөрөлөргә тейеш.
Читайте нас: