Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары
2019 йыл, 13 июль № 102/1 - 6
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юрий Викторович Игнатьевты теркәү тураһында
“ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан Юрий Викторович Игнатьев Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим итеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексы талаптарына ярашлылығын һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юрий Викторович Игнатьевты тәҡдим итеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тапшырылған документтар Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1-се статьялары, 48-се статьяның 2.1-се өлөшө, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына яуап бирә.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2019 йылдың 30 майындағы “2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттың тәҡдим ителеүен хуплап ҡултамғалары йыйылырға тейешле кешеләр һаны һәм вәкиллекле органдары депутаттары тарафынан кандидат хупланырға тейешле муниципаль райондар һәм ҡала округтары һаны тураһында”ғы 88/1-6-сы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатты теркәү өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендәге вәкиллекле органдар депутаттарының 454 ҡултамғаһы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының кәмендә 48 муниципаль районында һәм ҡала округында йыйылған муниципаль райондар һәм ҡала округтары вәкиллекле органдары депутаттарының 56 ҡултамғаһы кәрәк. Ошо ҡарарға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юрий Викторович Игнатьев тарафынан муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамғалары ингән 476 кандидатты хуплау ҡағыҙы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының 52 муниципаль районы һәм ҡала округындағы депутаттарҙың ҡултамғалары ингән 58 хуплау ҡағыҙы тәҡдим ителде.
Кандидатты хуплау ҡағыҙҙарын тикшереү барышында үрҙә әйтелгән 474 ҡултамғаның дөрөҫлөгө билдәләнде. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Юрий Викторович Игнатьев тарафынан Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендәге вәкиллекле органдар депутаттарының етерлек күләмдәге дөрөҫ ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 38-се статьяһын, Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 51-се статьяһын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. “ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берекмәһе тарафынан 2019 йылдың 13 июлендә 13 сәғәт 05 минутта Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим ителгән 1976 йылда тыуған Юрий Викторович Игнатьевты теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидат Юрий Викторович Игнатьевҡа билдәләнгән өлгөләге теркәү тураһындағы таныҡлыҡты тапшырырға.
3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе И.А. МАКАРЕНКО.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.