Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июль 2019, 17:57

Владимир Путин Шойгуның тәҡдимен кире ҡаҡманы

Рәсәй Президенты Оборона министрлығының рядовой һалдат һәм сержанттарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәрен хупланы.

Фото: m.baltnews.ee
Фото: m.baltnews.ee
Рәсәй Президенты Оборона министрлығының рядовой һалдат һәм сержанттарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәрен хупланы.


1 сентябрҙән рядовой составтағы башланғыс хәрби вазифаларҙы үтәүсе хәрбиҙәрҙе аҡсалата премияға тәьмин итеү ярайһы кимәлдә арттырыласаҡ. Хәрби водителдәрҙең эш хаҡы ла үҫәсәк. Шойгуның әйтеүенсә, мөһим бурыстар башҡарыусы “С” һәм “Е” категорияһына эйә водителдәргә айлыҡ өҫтәмә ҡаралған.


Шулай уҡ октябрҙән рядовойҙарға һәм сержанттарға торлаҡ яллау өсөн компенсация түләүҙәрен арттырасаҡтар. Ял итеү урынына барғанда һәм ҡайтҡанда юл хаҡын да түләйәсәктәр.

Читайте нас: