Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июль 2019, 00:25

Владимир Путин бурыстарының төп нигеҙе - именлекте нығытыу

Президент Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән милли проекттар һәр төбәктә әүҙем тормошҡа ашырыла башланы.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Президент Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән милли проекттар һәр төбәктә әүҙем тормошҡа ашырыла башланы.


Етәксенең ҙур вазифаны башҡарыуҙағы көс-ҡеүәте менән ҡыҙыҡһыныусылар үҙ һорауына тейешле яуап ала. “Арыған булһам, дүртенсе мөҙҙәткә бармаҫ инем”, – тип белдергән дәүләт башлығы, мәҫәлән, Америка режиссеры Оливер Стоунға биргән әңгәмәһендә.


Әйткәндәй, июнь айында үткән “тура бәйләнеш”тә лә Путин президент булыуҙан ялҡмауын әйткәйне. Былтыр үткән һайлауҙа еңеп сыҡҡан етәксенең был мөҙҙәте 2024 йылда тамамлана.


Алдан әйтелгәнсә, ошо осорға ил башлығы 12 милли проектты тормошҡа ашырыу бурысын ҡуйҙы. Был документ Рәсәй халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу, илдең оҙайлы йылдарға хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш.

Читайте нас: