29 июлдә Өфөнөң Киров район суды өс полиция хеҙмәткәренең коллегаларын эш урынында мәсхәрәләүҙәре тураһындағы эшен ҡарай башлаясаҡ.
22 июндә ябыҡ режимдағы судта ошо эш буйынса алдан тыңлауҙар үткәрелде. Ғәйепләнеүселәргә өйҙәге аресты 2020 йылдың 2 ғинуарына тиклем оҙайттылар һәм эште ҡарай башлау ваҡытын билдәләнеләр.
Судта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевтың, Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы Салауат Ғәлиевтың, Өфө районы буйынса миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчуктың эше ҡараласаҡ.