Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Июль 2019, 22:16

Ҡуртымсыларға ике миллион һумдан ашыу штраф һалынған

Дәүләт урман испекторҙары был тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйғандарға ҡарата административ эштәр ҡуҙғатҡан, һөҙөмтәлә уларға 2,45 миллион һум күләмендә штраф һалынған.

Дәүләт урман испекторҙары был тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйғандарға ҡарата административ эштәр ҡуҙғатҡан, һөҙөмтәлә уларға 2,45 миллион һум күләмендә штраф һалынған.


Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, урман ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү планына ярашлы, быйыл төҙөлөш, үҙгәртеп ҡороу, линия объекттарын файҙаланыу маҡсатында урман биләмәләрен ҡулланған эре ҡуртымсыларҙы тикшергән.


Сара барышында урманды файҙаланыусыларҙың ҡуртым килешеүендә ҡаралған шарттарҙы үтәмәүен, янғын хәүефлеге ҡағиҙәләрен боҙоуын, биләмәләрҙе махсус рөхсәтһеҙ файҙаланыуын, законһыҙ ағас ҡырҡыуын һәм үҫентеләргә зыян килтереүен асыҡлаған.


Дәүләт урман испекторҙары был тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйғандарға ҡарата административ эштәр ҡуҙғатҡан, һөҙөмтәлә уларға 2,45 миллион һум күләмендә штраф һалынған. Шулай уҡ министрлыҡ, ойошма етәкселәренә урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын бөтөрөүҙе талап итеп, күрһәтмәләр сығарған.


Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, күрһәтмәләрҙе үтәү ваҡыты үткәс, етәкселәрҙең етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күргән сараһын тағы ла тикшерәсәктәр.


Автор фотоһы.
Читайте нас: